ЗАВОДҠА БЕРКЕТЕЛГӘН КРӘҪТИӘНДӘР, Рәсәйҙә ҡаҙна һәм шәхси тау заводтарына теркәлгән тау сәнәғәте крәҫтиәндәре категорияһы. Дәүләт крәҫтиәндәре һәм иҡтисади крәҫтиәндәр иҫәбенә барлыҡҡа килгән. З.б.к. миҙгелле эштәрҙе үтәгән. Заводтарға оҙатыу сираты улус старшиналары һәм ауыл старосталары тарафынан билдәләнгән. З.б.к. бер өлөшө даими эшкә күсерелгән. 1760‑сы йй. дәүләт крәҫтиәндәрен шәхси заводтарға беркетеү туҡтатыла. 1805 й. Әүжән‑Петровск заводтарында — 2754, Ҡағы заводында һәм Үҙән заводында 2688 ир‑ат иҫәпләнә, улар башлыса Вятка губернаһынан, Ҡазан губернаһынан, Минзәлә өйәҙенән була. Квалификациялы кадрҙар етешмәүе, З.б.к. йыш сыуалыштары, үҙ хужалыҡтарынан оҙаҡҡа айырылып тороуға ризаһыҙлыҡ һ.б. реформалар үткәреүгә сәбәпсе була. 1807 й. 15 мартындағы Положение б‑са, Урал пр‑тиеларының З.б.к. ҡаҙна (1813 й. алып) һәм шәхси (1814 й. алып) заводтарҙа эшләүҙән азат ителә. Шәхси заводтарҙы даими эш көсө м‑н тәьмин итеү өсөн З.б.к. мәжбүри (1847 й. алып — ваҡытлы) эшселәр булараҡ посессион крәҫтиәндәр категорияһына күсерелә. Заводҡа беркетелгән 1000 ир‑аттың 58‑е — мәжбүри эшсе, ҡалғаны дәүләт крәҫтиәне була. Крәҫтиәндәр атлы бер мәжбүри эшсене — егеү кәрәк‑ярағы булған 3 ат һәм 316 һум 82 тин, йәйәүлене 118 һум 67 тин аҡса м‑н тәьмин итергә тейеш булған. Урал з‑дтарына Рәсәйҙең төрлө губерналарынан 17850 эшсе тәғәйенләнгән. Көньяҡ Уралда улар Әүжән‑Петровск һәм Ҡағы тау сәнәғәте округтарының (19 б. башында — 418, уртаһында 559 кеше), Пермь губернаһының З.б.к. (19 б. башында 599 кеше) араһынан йыйылған. 1816 й. Илек тоҙ промыслаһына Ырымбур губернаһынан һәм Һарытау губернаһынан 3050 дәүләт крәҫтиәне беркетелгән (1828 й. ҡарата — 3690). Мәжбүри эшселәр тоҙҙо йәйен Илек Һаҡлауынан Һарытау губ. үҙ иҫәбенә ташыған; эш хаҡы һәм өҫтөнлөктәр (икеләтә артыҡ ер бүлеме, һалымдар һәм йөкләмәләр түләмәү хоҡуғы) алған. Крәҫтиән хужалыҡтарын алып барыуҙы, тоҙ ташыу өсөн кәрәкле һанда мал тотоуҙы күҙәткән промысла идарасыһына буйһонған. Эш малы булмағандар Илек Һаҡлауында һәм тоҙ келәттәрендә эшләгән. Хужалыҡтарҙың бөлгөнләнеүе, мал кәмеүе, тоҙ ташыусыларҙы һалым һәм йөкләмәләрҙән азат итеүҙең сығымдары аҡланмауы арҡаһында, 1828 й. Илек промыслаһы эшселәре (3690 кеше) һалым түләүселәр ҡатламына күсерелә. З.б.к. күпселеге аҡрынлап тау сәнәғәте эшселәре ҡатламына (ҡара: Эшселәр синыфы) күсә.

Р.З.Мөҙәрисов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика