АККУЧУКОВА Роза (Рауза) Сабирйән ҡыҙы (12.2.1950, Белорет ҡ.), йырсы. БР‑ҙың халыҡ (2009), БАССР‑ҙың атҡ. (1989) артисы. 1973 й. алып Башҡ. филармонияһының эстрада артист‑вокалисы, 1999 й. — баш администраторы. Хислелеге һәм ихласлығы м‑н айырылып торған үҙенсәлекле тауыш эйәһе. Репертуарында “Зөлхизә”, “Түрәкәй”, “Һары ла сәс”, “Сыбай ҡашҡа” һ.б. башҡ. халыҡ йырҙары; З.Ғ.Исмәғилев, А.Т.Кәримов, Т.Ш.Кәримов, Р.В.Сәлмәнов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. йырҙары һәм романстары. А.Р.Хәлфетдиновтың “Алтын балдаҡ” (З.А.Биишева һүҙҙәре), “Һин ултыртҡан муйыл” (Р.Н.Шәғәлиев һүҙҙәре), “Аҡсарлаҡ” (Р.С.Янбулатова һүҙҙәре) йырҙарын тәүге башҡарыусы. СССР буйлап гастролдәрҙә була.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.