ҒИЛМИ АРХИВ, РФА‑ның Өфө ФҮ ҡарамағында. Өфө фәнни үҙәгенең, уның учреждениеларының документтарын, ғалимдарҙың шәхси документтарын, экспедиция материалдарын һ.б. ҡабул итеү һәм һаҡлау м‑н шөғөлләнә. 1956 й. СССР ФА БФ‑ы Президиумы эргәһендә ТТӘИ документтары базаһында ойошторола. РФА‑ның архив фонды составына инә. 118 (ш. иҫ. 103 шәхси) фонды бар, уларҙа 1878—2007 йй. тупланған 18 м Еңдән ашыу документ һаҡлана. Документтарҙың төп өлөшөн Башҡортостандың фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең, ш. иҫ. Ш.Бабич, Г.В.Вахрушев, Д.С.Волков, Һ.Л.Дәүләтшина, М.К.Любавский, С.Ғ.Мирасов, М.И.Өмөтбаев, Ғ.Соҡорой, А.М.Таһиров, Х.Ф.Усманов, Ә.Н.Усманов, Р.Ф.Фәхретдинов, Ә.И.Харисов, Ғ.С.Әлмөхәмәтовтың ҡулъяҙмалары; шәжәрәләр, “Башҡортостан тарихы буйынса материалдар” хеҙмәтенең нәшер ителмәгән томдары, Рәсәй дәүләт боронғо акттар архивында А.П.Чулошников тарафынан табылған башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.) т‑дағы документтарҙың күсермәләре һ.б. тәшкил итә. Башҡорттарҙың фольклорын, диалекттарын һәм этнографияһын (ҡара: Этнографик экспедициялар) өйрәнеү б‑са этнографтар Н.В. Бикбулатов, Р.Ғ.Кузеев, С.Н.Шитова, тел белгестәре Т.Г.Байышев, Н.Х.Ишбулатов, С.Ф.Миржанова, Н.Х.Мәҡсүтова, фольклорсылар С.Ә.Галин, Ф.А.Нәҙершина, Р.Ә.Солтангәрәева, Н.Д.Шоңҡаров, археограф Ғ.Б.Хөсәйенов һ.б. етәкс. комплекслы экспедициялар, археологик экспедициялар (етәкселәре Х.В.Йосопов, Н.А.Мәжитов, А.Х.Пшеничнюк, М.Х.Садиҡова, К.В.Сальников, А.П.Шокуров), антропологик экспедициялар (етәксеһе Р.М.Йосопов) һ.б. материалдары айырыуса ҡиммәтле һанала. Архив етәкселәре: С.П.Глухова (1956 й. алып), Т.А.Жукова (1959 й. алып), А.Е.Фрей (1962 й. алып), С.М. Шәнгәрәева (1963 й. алып), М.С.Ғиндуллина (1989 й. алып), Р.Й. Сибәғәтова (2009 й. алып). Архив фондына күҙәтеүҙәр “Көньяҡ Уралдың археографияһы” (“Археография Южного Урала”) төбәк‑ара конференциялар йыйынтығында, “Вестник Академии наук Республики Башкортостан”, “Йәдкәр” ж. һ.б. баҫыла.

М.С.Ғиндуллина, Р.Й.Сибәғәтова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика