ИШМЫРҘИН Сөләймән Ғәләүетдин улы, Ишмырҙин II [5.6.1893, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Кинйәбулат а. (БР-ҙың Ишембай р-ны) – 1937], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Ә.Ғ.Ишмырҙиндың ҡустыһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен (1913), 1‑се Житомир прапорщиктар мәктәбен (1917) тамамлаған. 1914 й. алып рус армияһында, подпоручик (1917); 1918—19 йй. Башҡорт ғәскәрендә, штабс‑капитан (1918). 1917 й. июненән 283‑сө запас пехота полкының 3‑сө рота командиры. 1918 й. апр. Стәрлетамаҡ өйәҙенең Революцион трибунал ағзаһы итеп һайлана. Ноябрҙән Башҡ. ғәскәренең 1‑се Башҡ. уҡсылар полкы ком., Башҡорт хәрби советы ағзаһы. 1919 й. майынан Айырым Башҡ. бригадаһының 1‑се уҡсылар полкы ком., июндән уның составында Көньяҡ фронтта ген.‑лейт. А.И.Деникин армияһына ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Июлдән АСБР терр‑яһында кантон революцион ком‑ттарын ойоштороуҙа ҡатнаша, октябрҙән АСБР‑ҙың аҙыҡ‑түлек халыҡ комиссары. 1920 й. алып Үҫәргән кантоны, һуңынан Табын кантонының революцион ком‑ты рәйесе, БашҮБК Президиумы (1922 й. сығарыла), Башҡ‑н ХКС‑ы коллегияһы ағзаһы. 1921 й. АСБР‑ҙың Революцион трибуналы И. 15 йылға иркенән мәхрүм итеү т‑да хөкөм ҡарары сығара, ләкин милли хәрәкәт б‑са көрәштәштәренең Мәскәүгә яҙған үтенес ҡағыҙы б‑са хөкөм ғәмәлдән сығарыла. 1926 й. тиклем В.И.Ленин ис. өлкә тәжрибә мәктәбенең (Өфө) хужалыҡ мөдире, БАССР Мәғариф ХК Баш сәйәси-ағартыу ком‑тының бүлек мөдире. 1932 й. алып “Союззолото” (Мәскәү) берекмәһе хеҙм‑ре. Репрессиялана (1937).

Әҙәб.: Ярмуллин А.Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009.

М.М.Ҡолшәрипов, А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке