ИШМӘН ЭТҠОЛОВ (? — 19.2.1774), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһы Ҡошсо улусы Ҡыҙылбай а. (хәҙ. Мәсетле р‑ны Оло Ҡыҙылбай а.) башҡорто. 1774 й. февр. Көңгөр ҡ. һәм Красноуфимск ҡәлғәһе эргәһендә һуғышҡан баш күтәреүселәр отрядтарына (2 меңгә яҡын кеше) етәкселек итә, Д.О.Гагрин һәм А.В.Папава етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. Яуҙа һәләк була.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке