ИШҠОЛОВ Ғәтиәт Абдулла улы [15.7.1916, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Яңы Яуыш а. (БР- ҙың Фёдоровка р‑ны) — 10.12.1944, Челёвце а., Плехотице а. ерләнгән, Словакия], танкист, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945). 1939— 40 йй. совет‑финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Харьков бронетанк уч‑щеһын тамамлаған (Ташкент, 1944). 1935—37 йй. һәм 1940—42 йй. Фёдоровка р‑нының Пугачёв МТС‑ында эшләй. 1937—40 йй. һәм 1942 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1944 й. 4‑се Украина фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 18‑се армияның 1666‑сы үҙйөрөшлө артиллерия полкының үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламаһы ком. өлкән лейт. И. 1944 й. 9—10 дек. Челёвце өсөн барған алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1945).

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке