ИШҠАРА АРЫҪЛАНОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы Өстүбә а. (хәҙ. Бүздәк р‑ны Оло Өстүбә а.) башҡорто. Тархан. Шул уҡ даруғаның Ҡыпсаҡ улусы старшинаһы. 1773 й. дек. — 1774 й. ғин. Минзәлә баш күтәреүселәр үҙәге етәкселәренең береһе. Февр.—мартта Ҡаранай Моратов һәм И.И.Ульянов м‑н берлектә Баҡалы һәм Нуғайбәк ҡәлғәләре тирәһендә һуғыша. Апрелдән һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашмай. Көҙөн Ҡазан йәшерен комиссияһына ярлыҡау һорап килә, дек. өйөнә ҡайтарыла. 1783 й. старшина булып хеҙмәт итә.

 С.У.Таймаҫов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев