ИШЕМОВ Сәйфулла Килмөхәмәт улы (1825—?), кантон башлығы, зауряд-сотник (1855). Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Үҫәргән улусы (Ырымбур өлк. Ҡыуандыҡ р‑ны) Ейәнсура а. башҡорто. 1843 й. алып 10‑сы башҡ. кантонында, 1853 й. — 7‑се башҡ. кантонының 2‑се бүлексәһендә хеҙмәт итә, 1854 й. башлап 10‑сы башҡ. кантонының 3‑сө бүлексәһе, 1856—60 йй. 3‑сө башҡ. кантоны башлығы. “1853—1856 йй. Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә” бронза миҙалы м‑н бүләкләнгән. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Л.Ф.Таһирова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке