ИШБУЛАТОВ Хәмиҙулла Мәүлеғол улы (1826—?), кантон башлығы, сотник (1855). Пермь губ. башҡорто. 1‑се Ҡазан гимназияһын тамамлаған (1844). 1847 й. мартынан Ырымбур хәрби губернаторы канцелярияһында, нояб. алып Ваҡытлы эске ҡырғыҙ урҙаһы советында хеҙмәт итә. 1854 й. башлап 7‑се башҡ. кантонының 1‑се бүлексәһе башлығы. Ҡырым һуғышы (1853—56) осоронда 1855 й. дек. алып 1856 й. июленә тиклем 4‑се Башҡ. полкы составында була. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Л.Ф.Таһирова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке