ИХСАНОВ Рафиҡ Рәшит улы (27.9.1965, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Түбәнге Әүрез а.), лётчик, полковник (2002). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000). 1987—88 йй. Афғанстанда һәм 1995—96 йй., 1999—2000 йй. Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Һарытау юғары хәрби авиация лётчиктар уч‑щеһын (1986), Ю.А.Гагарин ис. Хәрби‑һауа акад. (Мәскәү өлк. Монин ҡасабаһы, 1995) тамамлаған. 1982 й. алып Совет Армияһында, 1992 й. — Рәсәй Армияһында. Герой исеменә 58‑се дөйөм ғәскәр армияһы 487‑се айырым вертолёт полкының эскадрилья ком. подполк. И. 1999—2000 йй. Төньяҡ Кавказдағы һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (2006) “Хәрби, махсус һәм ике тәғәйенләнешле интеллектуаль эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен хоҡуҡи яҡлау буйынса федераль агентлыҡ” Федераль Дәүләт бюджет учреждениеһында эшләй, ш. уҡ ваҡытта Е.Н.Кочешков ис. Советтар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһы Геройҙарына ярҙам итеү төбәк йәмәғәт фондының (Мәскәү) вице‑президенты, президиумы ағзаһы. 3‑сө дәрәжә “СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән (1988).

Хеҙм.: Армейская авиация — грозная сила на поле боя. М., 2007.

Е.А.Смирнов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018