ИСТПАРТ, 1917 й. Октябрь революцияһы һәм РКП(б) тарихын өйрәнеү буйынса комиссия, ғилми һәм нәшриәт үҙәге. 1920 й. авг. РСФСР Дәүләт нәшриәте эргәһендә ойошторола, 1920 й. сент. алып Мәғариф ХК эргәһендә, 1921 й. — ВКП(б) ҮК эргәһендә; 1928 й. башлап В.И.Ленин институты составында. Октябрь революцияһы, революцион хәрәкәт һәм ВКП(б) тарихы б‑са материалдар йыйыу, тасуирлау һәм баҫтырыу м‑н шөғөлләнә (ҡара: Советтар Союзы Коммунистар партияһы). И. Башҡ‑н бүлексәһе (бюроһы) 1922 й. февр. Стәрлетамаҡ ҡ. РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендә ойошторола, 1922 й. июненән — Өфөлә. РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты тарафынан тәғәйенләнгән 2 кешенән (мөдирҙән һәм секретарҙан) торған; кантондарҙа материалдар йыйыу эшмәкәрлеге ВКП(б) кантон комитеттарының агитация бүлеге мөдирҙәренә йөкмәтелгән. И. эште революцион хәрәкәттә ҡатнашыусылар, партия һәм дәүләт эшмәкәрҙәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр (ҡара: Тыуған яҡты өйрәнеү) алып барған, улар араһында В.Д.Галанов, А.А.Кийков, А.П.Кучкин, Ш.И.Типеев, Ш.Ә.Хоҙайбирҙин һ.б. булған. И. Башҡ‑н бүлексәһе тарафынан ВКП(б)‑ның урындағы партия ойошмалары, революция (1905—07), революция (1917), Граждандар һуғышы тарихы, 20 б. башында Башҡортостанда партияның милли һәм ер сәйәсәте, революция, эшселәр (ҡара: Эшселәр синыфы) хәрәкәте үҫеше, крәҫтиәндәр күтәрелеше (1918—21) б‑са төрлө материалдар (ҡара: Тарихи сығанаҡтар) йыйылған, системалаштырылған һәм нәшер ителгән. Партия һәм революцион хәрәкәт ветерандары м‑н осрашыуҙар үткәрелгән, материалдарҙың бер өлөшө уларҙың хәтирәләре һәм биографиялары (революцион хәрәкәттә ҡатнашыусыларға анкеталар ебәрелгән) нигеҙендә төҙөлгән. 20—30‑сы йй. байтаҡ документтар һәм материалдар йыйынтығы баҫтырыла, улар араһында “Беренсе революцияның 25 йыллығы: Башҡортостан ВКП(б) Өлкә Комитете Истпарттың 1905 революцияһенә ҡаратып сығарған йыйынтығы” (1930), “Башҡортостанда Граждандар һуғышы: ҡатнашыусыларҙың хәтирәләре” (“Гражданская война в Башкирии: воспоминания участников”; 1932), “1918 йылда Башҡортостанда кулак күтәрелештәре: хәтирәләр” (“Кулацкие восстания в Башкирии в 1918 году: воспоминания”; 1933) һ.б. бар. 1929 й. “ВКП(б)‑ның Берҙәм партия архивы тураһында положение” ға ярашлы, И. архивы нигеҙендә ВКП(б) Башҡ‑н өлкә ком‑тының Партия архивы (ҡара: Йәмәғәт берекмәләренең үҙәк архивы) ойошторола. И. Башҡ‑н бүлексәһе 1934 й. ябыла.

Әҙәб.: Каримов К.К. Культура Башкортостана (1917—2000). Уфа, 2006.

Ҡ.К.Кәримов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке