ИСТОРИОГРАФИЯ (гр. historia — үткәндәр, белгәндәр т‑да хикәйәләү һәм ...графия), билдәле бер дәүергә, темаға арналған тикшеренеүҙәр йыйылмаһы. Башҡортостан терр‑яһы һәм унда йәшәгән халыҡтар т‑да тәүге яҙма телгә алыуҙар грек сәйәхәтселәренә ҡарай. Аримасптар, аргиппейҙар, иирктар т‑да мәғлүмәттәр Аристей Проконесский (б.э.т. 7 б.), Геродот, Псевдо‑Гиппократ (б.э.т. 5 б.), Диодор Сицилийский (б.э.т. 1 б.) һ.б. хеҙмәттәрендә бар. Башҡорттарҙың хужалығы (ҡара: Күсмә тормош, Малсылыҡ), көнкүреше, йолалары т‑дағы иң тәүге мәғлүмәттәр урта быуаттың көнсығыш авторҙары Балхи, Ибн Руста, Ибн Фаҙлан, Иҙриси, Масуди, Мәхмүт Ҡашғари, Сәлләм Тәржемән һ.б. хеҙмәттәрендә тупланған. Көнбайыш Европа сәйәхәтселәре Плано Карпини, В.Рубрук, Юлиан һ.б. башҡорттар илен венгрҙар иленә тиңләп, уны Бөйөк Венгрия тип атаған. Уларҙың мәғлүмәттәре башҡорттарҙың килеп сығышының фин-уғыр теорияһы нигеҙенә һалына. Башҡорт ҡәбиләләре һәм ырыуҙары т‑дағы беренсе тарихи сығанаҡтарға 16—19 бб. яҙма ҡомартҡылары — шәжәрәләр ҡарай. 18—19 бб. Башҡортостан тарихын өйрәнеүгә Рәсәй тикшеренеүселәре һиҙелерлек өлөш индерә. Башҡорттар тормошоноң соц.-иҡт. аспекттары (көнкүреш, мәҙәниәт, хужалыҡ) И.И.Георги, И.И.Лепёхин, П.С.Паллас, И.П.Фальк (ҡара: Академик экспедициялар) эштәрендә яҡтыртыла. А.Е.Алекторов, В.Н.Витевский, Р.Г.Игнатьев, Д.П.Никольский, В.А.Новиков, Н.С.Попов, Н.В.Ремезов, П.И.Рычков, В.Н.Татищев, Н.А.Фирсов, В.М.Черемшанский хеҙмәттәрендә башҡорттарҙың социаль структураһы һәм хужалығы, колониялаштырыу, хөкүмәттең ер сәйәсәте, башҡ. ихтилалдары һ.б. сағылдырыла. Башҡорттарҙың антропологияһы, тарихы һәм этнографияһы Н.А.Аристов, В.И.Даль, М.В.Лоссиевский, П.И.Небольсин, С.И.Руденко, С.Г.Рыбаков, В.И.Филоненко һ.б. монографияларында яҡтыртыла. 20 б. 1‑се ярт. документаль материалдар эҙләп табыуға һәм баҫтырыуға ҙур иғтибар бирелә. 17—18 бб. Башҡортостандың соц.‑иҡт. тарихын өйрәнеүҙе йәйелдереүгә нигеҙ булған “Башҡортостан тарихы буйынса материалдар” документтар серияһы баҫылып сыға. Төбәктең иң боронғо осорҙан алып 20 б. 60‑сы йй. уртаһына тиклемге тормошон сағылдырған “Башҡорт АССР‑ы тарихы буйынса очерктар” (“Очерки по истории Башкирской АССР”; 2 томда, 1956—1966) ҙур ваҡиға була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыу тарихы Ә.Н.Усманов хеҙмәтендә тулы тасуирлана. Төбәктәге азатлыҡ хәрәкәтен өйрәнеү тикшеренеүҙәрҙең мөһим йүнәлеше була. Башҡорт ихтилалдарын (17—18 бб.) баһалау И.Ғ.Аҡманов, Н.Ф.Демидова, В.И.Лебедев, Н.В.Устюгов, А.П.Чулошников һ.б. монографияларында бирелә. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) ваҡиғалары И.М.Гвоздикова, Н.М.Ҡолбахтин, С.У.Таймаҫовтың күп һанлы монографияларында, нәшер ителгән документтарында һәм мәҡәләләрендә сағылыш таба. Хәрби тарихҡа һәм Башҡортостан халыҡтарының Ватан һуғышында (1812) ҡатнашыуына Р.М.Раимов, Р.Н.Рәхимов, Усмановтың һ.б. хеҙмәттәре арналған. Башҡортостан Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң төбәктең соц.‑иҡт. үҫеше, урындағы идаралыҡ — Аҡманов, Ә.З.Әсфәндиәров һ.б., Ырымбур крайы м‑н дәүләт идара итеүе Б.Ә.Аҙнабаев һ.б. эштәрендә яҡтыртыла. Идара итеүҙең кантон системаһына, башҡорттарҙың хәрби хеҙмәтенә, башҡ. дворян нәҫелдәренә һәм кантон башлыҡтарына Әсфәндиәров, А.Й.Ильясова, Л.Ф.Таһированың тикшеренеүҙәре арналған. Башҡ. йәмғиәтенең соц. структураһы, Башҡортостан крәҫтиәндәренең (ҡара: Дәүләт крәҫтиәндәре, Батша һарайы крәҫтиәндәре, Иҡтисади крәҫтиәндәр) һәм хеҙмәтле халыҡтың (ҡара: Дворянлыҡ) формалашыуы һәм үҫеше Аҙнабаев, И.М.Васильев, Р.Ә.Дәүләтшин, У.Х.Рәхмәтуллин, М.И.Роднов, Р.Б.Шәйхисламов һ.б. хеҙмәттәрендә тикшерелә. Крепостной хоҡуҡты (ҡара: Крәҫтиән реформаһы) бөтөрөү осоронда ер мөнәсәбәттәре, күскенселек хәрәкәте — Б.С.Дәүләтбаев, Д.П.Самородов, Х.Ф.Усманов һ.б., реформалар (19 б. 60—80 йй.), Столыпин аграр реформаһы Ф.А.Ишҡолов, Н.И.Леонов, Усманов хеҙмәттәрендә яҡтыртыла. Хөкүмәттең ер сәйәсәтенә (ҡара: Ер реформалары), башҡорттарҙың һәм ситтән килгән халыҡтың (ҡара: Керҙәштәр) ер мөнәсәбәттәренә — Н.В.Ремезовтың, ер биләү, ерҙе файҙаланыуға, төбәк терр‑яһында Генераль ыҙанлау һәм Махсус ыҙанлау үткәреүгә А.И.Аҡмановтың тикшеренеүҙәре арналған. Тау сәнәғәте, тау заводтары төҙөү (продукция, ер биләмәләре, эшсе көстәр составының күрһәткестәре; ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре) — Г.Ф. һәм З.И. Гудковтар, Ҡолбахтин, Р.З.Мөҙәрисов, шәхси эшҡыуарлыҡтың үҫеше Гудкова, Самородов һ.б. монографияларында ҡарала. Башҡортостандың, РФ‑тың Пермь, Свердловск, Һарытау һәм Һамар өлк. ауылдары, ҡалалары тарихы Әсфәндиәров (ҡара: Башҡортостан ауылдары тарихы), Р.Ғ.Буканова эштәрендә, “Өфө тарихы” (“История Уфы”; 1981), “Стәрлетамаҡ ҡалаһы тарихы” (“История города Стерлитамака”; 1994) һ.б. коллектив хеҙмәттәрҙә тикшерелә. Башҡорттарҙың этногенезына, этник тарихына, ырыу‑ҡәбилә ҡоролошона (ҡара: Башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә ҡоролошо) һ.б. Н.В.Бикбулатов, Р.М.Йосопов, Р.Ғ.Кузеев, М.А.Мәжитов, Б.Х.Юлдашбаев, Р.З.Йәнғужиндың һ.б. тикшеренеүҙәре арналған. Ғаилә‑никах мөнәсәбәттәре, хужалыҡ, традицион кәсептәр һәм шөғөлдәр, йөрөү саралары Бикбулатов, М.Г.Муллағолов, Ф.Ф.Фәтихова, С.Н.Шитова, Йәнғужин эштәрендә ҡарала. Матди һәм рухи мәҙәниәт (башҡорт кейеме, традицион биҙәүестәр, биҙәү‑ҡулланма сәнғәте, башҡорт аш‑һыуы, торлаҡ, йолалар, традициялар, байрамдар, традицион интерьер, хайуандар культы, исламға тиклемге дини инаныуҙар) Л.И.Нагаева, А.Ф.Илембәтова, Э.В.Миһранова, М.Н.Сөләймәнова, Фәтихова, Шитова һ.б. хеҙмәттәрендә сағылыш таба. Башҡорт милли хәрәкәте, бөтә башҡорт ҡоролтайҙарын ойоштороу, милли дәүләт төҙөлөшө, Башҡортостан терр‑яһында Граждандар һуғышының үҙенсәлектәре С.С.Атнағолов, Ә.Ә.Вәлидов, Р.Ғ.Ғәниев, К.А.Иҙелғужин, С.Ф.Ҡасимов, М.М.Ҡолшәрипов, М.Л.Мортазин, Раимов, Ш.И.Типеев, З.Ә.Әминев, Юлдашбаев һ.б. хеҙмәттәрендә тикшерелә. “Башҡортостандың милли дәүләт ҡоролошо (1917—1925)” [“Национально‑государственное устройство Башкортостана (1917—1925)”; 4 томда, 2002—2006] документтар йыйынтығын нәшер итеү ҙур әһәмиәткә эйә була. Мосолман ижт.‑сәйәси хәрәкәтенең формалашыуына һәм үҫешенә, Өфө һәм Ырымбур губерналары мосолмандарының хоҡуҡи хәленә, уларҙың Дәүләт думаһы эшмәкәрлегендә ҡатнашыуына Д.Д.Азаматов, Ғ.Б.Фәйезов, А.Б.Юнысова, Л.Ә.Ямаеваның эштәре арналған. Хәрби коммунизм, коллективлаштырыу, индустриялаштырыу, яңы иҡтисади сәйәсәт Дәүләтшин, Р.Ә.Хәзиев һ.б. эштәрендә тикшерелә. Бөйөк Ватан һуғышы, Башҡортостан яугирҙарының хәрби батырлыҡтары, тыл тормошо “Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ документтары. Башҡорт АССР‑ы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда” (“Документы мужества и героизма. Башкирская АССР в период Великой Отечественной войны”; 1980), “Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында” (“Башкирия в годы Великой Отечественной войны”; 1995) документтар йыйынтыҡтарында, “Башҡортостандың данлы улдары” (“Славные сыны Башкирии”; 5 китапта, 1965—1985), “Уларҙың батырлығы үлемһеҙ” (“Подвиги их бесмертны”; 2000), “Башҡорт атлыларының даны” (“Слава башкирских конников”; 2005) китаптарында, ш. уҡ М.Ә.Бикмәев, У.Б.Ғайсин, Б.Г.Ғибәҙуллин, Р.С.Әйүпов, Т.Х.Әхмәҙиев һ.б. эштәрендә сағылыш таба. Эшселәр синыфының формалашыуы, үрләтеүҙең барлыҡҡа килеүе Ҡ.Б.Вәлиуллин, Д.Х.Йәнтүрин, Рөст. Ғ.Кузеев, М.Б.Ямалов хеҙмәттәрендә, нефть эшкәртеү сәнәғәте, нефтехимия сәнәғәте, химия сәнәғәте, эшкәртеү сәнәғәтенең һ.б. үҫеше Р.Р.Басиров, Р.М.Зыязетдинов, Ҡ.Н.Йосопов, Ә.Х.Мәхмүтов, Ю.Н.Никифоров, Е.Ҡ.Миңлебаев, М.Ф.Хисмәтов, Ямалов һ.б. хеҙмәттәрендә сағылдырыла. Башҡ‑н ВЛКСМ‑ы эшмәкәрлегенә, КПСС‑ты ойоштороу тарихына, респ. колхоздары һәм совхоздарының үҫеше үҙенсәлектәренә Ғ.Ш.Илешев, Ф.А.Сафин, Т.Ш.Саяпов, Ф.Л.Сәйәхов һ.б. хеҙмәттәре арналған. Юлдашбаевтың “Башҡортостандың иң яңы тарихы” (“Новейшая история Башкортостана”; 1995), Рөст. Ғ.Кузеевтың, Ямаловтың “Башҡортостан тарихы (1917—1990‑сы йй.)” [“История Башкортостана (1917—1990‑е гг.)”; 1997], Ямалов, С.Ғ.Мәсәлимовтың “60—80‑се йй. Башҡортостан Республикаһы совхоздарының иҡтисади үҫеше” (“Экономическое развитие совхозов Республики Башкортостан в 60—80‑е гг.”; 1997), “Башҡортостан Республикаһы ауылдарының социаль йөҙө” (“Социальный облик села Республики Башкортостан”; 1997), Б.М.Миркиндың, Л.Ғ.Наумованың “Социаль экология” (“Социальная экология”; 1994), “Башҡортостан тарихы. 1917—1990‑сы йылдар” (“История Башкортостана. 1917—1990‑е годы.”; 2 томда, 2004—2005 йй.), “Иң боронғо дәүерҙәрҙән беҙҙең көндәргә тиклем Башҡортостан тарихы” (“История Башкортостана с древнейших времён до наших дней”; 2 том- да, 2004—2006 йй.), “XIX б. икенсе яртыһында — XX б. башында Башҡортостан тарихы” (“История Башкортостана во второй половине XIX — начале XX века”; 2 томда, 2006—2007 йй.), “Башҡорт халҡының тарихы” (“История башкирского народа”; 7 томда, 2009—2012 йй.) һ.б. байтаҡ коллектив монография һәм дәреслектең (ҡара: Тарих буйынса белем биреү) баҫылып сығыуы оло әһәмиәткә эйә була. Ҙур дәүләт эшмәкәрҙәренең мәҡәләләре һәм хәтирәләре баҫыла: З.Ш.Аҡназаровтың “Ваҡыт. Кешеләр. Фекерҙәр” (“Время. Люди. Мысли”; 1995), З.Н.Нуриевтың “Ауылдан Кремлгә тиклем: хәтирәләр һәм уйланыуҙар” (“От аула до Кремля: воспоминания и размышления”; 2000) һ.б. Башҡортостан мәҙәниәте, мәғарифы (ҡара: Биология буйынса белем биреү, География буйынса белем биреү һ.б.) һәм фәненең үҫешенә “Совет Башҡортостанында фән 50 йыл эсендә” (1969), “Башҡорт АССР‑ында мәҙәниәт төҙөлөшө (1917—1941 йй.)” [“Культурное строительство в Башкирской АССР (1917—1941 гг.)”; 1986], “Башҡортостан мәҙәниәте тарихы” (“История культуры Башкортостана”; 14 сығарылышта, 1993—2010) йыйынтыҡтары; Р.З.Алмаев, Ҡ.К.Кәримов, Ҡолшәрипов, Ә.Ғ.Низамов, Л.Ш.Сөләймәнова, М.Н.Фархшатов, К.Ш.Әхиәровтың һ.б. эштәре арналған. Башҡортостандың рухи һәм матди мәҙәниәте ш. уҡ археология, музыка ғилеме, сәнғәт ғилеме, фольклористика, этнография, әҙәбиәт ғилеме һ.б. тарафынан яҡтыртыла. Әҙәбиәт И. Р.Т.Бикбаев, Т.Ә.Килмөхәмәтов, Ғ.Б.Хөсәйеновтың һ.б. хеҙмәттәре ҙур урын алып тора. “Башҡорт АССР‑ының һынлы сәнғәте” (“Изобразительное искусство Башкирской АССР”; 1974), “Совет Башҡортостаны рәссамдары” (“Художники Советской Башкирии”; 1979), Л.П.Атанованың “Башҡортостан композиторҙары” (“Композиторы Башкортостана”; 1982), Э.П.Фениндың “Башҡортостан рәссамдары. XX быуат” (“Художники Башкортостана. XX век”; 2002) һ.б. йыйынтыҡтар, белешмәләр; “Александр Тюлькин” (1975), “Әхмәт Лотфуллин” (“Ахмат Лутфуллин”; 1978), “Ғәлиә Имашева” (“Галия Имашева”; 1983) һ.б. айырым рәссамдар, комп. ижадына арналған хеҙмәттәр баҫыла.

Сит илдәр И. тикшеренеүҙәр тематикаһы башлыса башҡорттарҙың этногенезы мәсьәләләренә бәйле. 19 б. аҙ. башҡ. антропологияһын — Ш.Э.Уйфальви, 20 б. тәүге ярт. шәрҡиәтселәр И.Вастл, К.Туппа (Австрия) өйрәнә, этнографик экспедицияларҙа башҡорттарҙың этнографияһы, теле, фольклоры б‑са — Д.Месарош, йыр фольклоры б‑са Р.Лах (Австрия) байтаҡ материал туплай, венгрҙар (ҡара: Боронғо венгрҙар) этногенезы мәсьәләләре, башҡорттарҙың этнографияһы, фольклоры һәм топонимикаһы м‑н тарихсылар А.Вамбери, Д.Паулер, Я.Мелих, Г.Надь, Х.Балинт, Д.Дьёрффи, К.Цегледи, Э.Мольнар, Г.Веконь, антрополог Т.Тот, археолог И.Эрдейи, И.Фодор, этнографтар Й.Торма, Э.Ленорт, тел белгестәре Д.Немет, П.Хайду (Венгрия) һ.б. шөғөлләнә. Башҡорттарҙың 16—20 бб. тарихын — Б.Э.Нольде, Б.Шпулер, 17—18 бб. башҡ. ихтилалдарын — Р.Порталь, А.Доннелли, тау сәнәғәте үҫешен — Порталь, Х.Хадсон (АҠШ), төбәкте колониялаштырыуҙы — М.Ходарковский (АҠШ), 1773—75 йй. Крәҫтиәндәр һуғышында башҡорттарҙың ҡатнашыуын — Д.Петерс (ГФР), П.Паскаль (Франция), К.Тоёкава (Япония), башҡорттарҙың хәрби хеҙмәтен — Р.Бауманн, Ғ.Соҡорой һәм Т.Ялсығол ижадтарын, тәүарих жанрын А.Франк, М.Кемпер (АҠШ) өйрәнә. 20 б. 1‑се ярт. башҡ. милли хәрәкәте тарихын Ж.Кастанье (Франция) тикшерә Башҡортостан терр‑яһында революцияны (1917) һәм Граждандар һуғышын, Вәлидов, А.И.Дутов эшмәкәрлеген — И.Г.Акулинин “Ырымбур казак ғәскәре большевиктар менән көрәштә: 1917—1920” (“Оренбургское казачье войско в борьбе с большевиками: 1917—1920”; Шанхай ҡ., 1937), И.Елавский “Ырымбур армияһының аслыҡ походы” (“Голодный поход Оренбургской армии”; Пекин, 1921) китабында, Г.В.Енборисов “Уралдан Харбинға тиклем” (“От Урала до Харбина”; Шанхай, 1921), А.В.Зуев “Ырымбур казактары большевизм менән көрәштә (1918—1922)” [“Оренбургские казаки в борьбе с большевизмом (1918—1922)”; Харбин ҡ., 1937], А.П.Петров “Волганан Тымыҡ океанға тиклем аҡтар сафында” (“От Волги до Тихого океана в рядах белых”; Рига, 1923) һ.б. хеҙмәттәрендә сағылдыра. 20 б. 2‑се ярт. БАССР-ҙа мәғариф мәсьәләләрен тикшереү м‑н Э.Карр, Э.Пайпс, С.А.Зеньковский, Д.Шефер, С.Блэнк, М.Ривкин, Д.Смит (АҠШ), Т.Оура, К.Нисияма (Япония), Н.Озбек (Төркиә) һ.б. шөғөлләнә. Вәлидовтың тормошон һәм эшмәкәрлеген Т.Байҡара, Озбек, Х.Паксой (АҠШ) өйрәнә. Хәҙ. сит ил И. башҡорттарҙың антропологияһын — Х.Франтс, А.Эрриксон (икеһе лә — Финляндия), Т.Карнз (АҠШ), этнолингвистиканы — К.Ягмур, Ш.Кроон (Нидерланд), башҡорттарҙың оҡшашлығын — В.Зайончковский (Польша), башҡ.-татар мөнәсәбәттәрен — Шефер, Д.Горенбург (АҠШ), Европала башҡ. эмиграцияһын — С.Свиклинский (ГФР), Башҡортостан И. — К.Мацузато, Т.Уяма (Япония), 1990‑сы йй. респ. сәйәси үҫешен — Х.Малик, Г.Хейл, Д.Новацки, К.Гренни (АҠШ), К.Ле Торривеллек (Франция), Й.Гревингхольт (ГФР), И.Нойман (Норвегия), Т.Ланкина (Бөйөк Британия), иҡтисадын К.Саутдорт (АҠШ) һ.б. тикшерә. Шулай уҡ ҡара: Тарих, Сығанаҡтар өйрәнеү, Башҡорттар тураһында фән.

Әҙәб.: Очерки советской историографии Башкирской АССР. Уфа, 1975.

Б.Ә.Аҙнабаев, И.В.Кучумов, М.М.Ҡолшәрипов, М.Б.Ямалов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.