АКИМОВА Светлана Семёновна (19.9.1945, Өфө), актриса. БАССР‑ҙың халыҡ (1984) һәм атҡ. (1974) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1970). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1967; Ш.М.Мортазина курсы) Башҡортостандың Респ. урыҫ драма театры актрисаһы. Төрлө яҡлап һәләтле актриса. Нескә психологик анализ яһау һәләтенә эйә булараҡ, Инга (“Ҡояштағы дүрт тәре” — “Четыре креста на солнце”, А.Делендик; дебют, 1967), Машенька (А.Н.Афиногеновтың ш. уҡ исемле пьесаһы), Нәркәс (И.Х.Йомағоловтың “Нәркәс” пьесаһы б‑са “Ҡыуылған ҡыҙ” — “Изгнанная” спектакле), Инга Денисова (“Аҡ ҡошто һаҡлағыҙ” — “Берегите белую птицу”, Н.И.Мирошниченко) кеүек иҫтә ҡалырлыҡ образдар тыуҙырыуға өлгәшә. Варя (“Сейә баҡсаһы” — “Вишнёвый сад”, А.П.Чехов), Серафима (“Үҙ-үҙенә ҡул һалыусы” — “Самоубийца”, Н.Р.Эрдман), Софья Ивановна (“Ул үлгәнсе” — “Пока она умирала”, Н.М.Птушкина) ролдәре образдарҙың тәрәнлеге һәм тулылығы м‑н айырыла. А. репертуарында ш. уҡ комик һәм характерлы ролдәр бар: Агничка (“Ҡапҡан һайын ҡалъя эләкмәй” — “Не всё коту масленица”), Любовь Торцова (“Ярлылыҡ оят түгел” — “Бедность не порок”), Липочка һәм Сваха (“Банкрот, йәки Үҙ кешеләр — иҫәпләшербеҙ!” — “Банкрот, или Свои люди — сочтёмся!”; бөтәһе лә — А.Н.Островский), Кончетта Меле (“Тол ҡатындарҙы йыуатыусы” — “Утешитель вдов”, Д.Маротта һәм Б.Рандоне). “Ирлән көнө, йәки Урыҫ бәхете” (“День хомячка, или Русское счастье”) к/ф Пьер Безуховтың ҡатыны ролендә төшә (“Башҡортостан” к/ст м‑н берлектә “Муха” студияһы, 2003).

И.Э.Ҡапҡаева

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.