ИСТОМИНА Энесса Георгиевна (16.6.1943, БАССР-ҙың Шишмә р-ны Шишмә а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1984), проф. (2003). Журналистар союзы ағзаһы. Мәскәү тарих‑архив ин‑тын тамамлағандан һуң (1957) Псков һәм Новгород ҡҡ. архивтарында эшләй. 1969 й. алып Мәскәүҙә: Бөтә Союз документтар алып барыу һәм архив эше ҒТИ‑нда өлкән ғилми хеҙм‑р, 1970 й. башлап Мәскәү тарих-архив ин‑тында уҡыта, 1971 й. алып РФА‑ның Рәсәй тарихы ин‑тында (баш ғилми хеҙм‑р), бер үк ваҡытта 1992 й. башлап Рәсәй дәүләт гуманитар ун‑тында уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре тарихи геогр., соц.‑иҡт. тарих, Рәсәйҙең 18—20 бб. тарихи‑мәҙәни һәм тәбиғи мираҫы мәсьәләләренә арналған. Яҡынса 200 фәнни хеҙмәт авторы. Рәсәй тәбиғи фәндәр акад. тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1998).

Хеҙм.: Водные пути России во второй половине XVIII — начале XIX века. М., 1982; Сельские кустарные промыслы Европейской России на рубеже XIX—XX столетий. М., 2004 (авторҙ.); Православные монастыри России и их роль в развитии культуры (XI— начало XX в.). М., 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018