ИСМӘҒИЛ (?—1563), Нуғай Урҙаһы мырҙаһы. Иҙеүкәй нәҫеленән. Муса бейҙең улы, Алтаҡар м‑н Йософтоң туғаны. 1538—45 йй. Башҡортостан наместнигы, 1545 й. алып Нуғай Урҙаһы нуратдины. Рәсәй м‑н яҡынайыу сәйәсәтен үткәрә. 1552 й. Мәскәү дәүләте м‑н көрәштә Ҡазан ханлығын яҡлауҙан баш тарта, Иван IV батшаға Әстерхан ханлығын яулап алыуға булышлыҡ итә. 1554 й., 1555 й. һәм 1557 й. урыҫ батшаһына тоғролоҡҡа ант бирә. И. осоронда дауам иткән үҙ‑ара ыҙғыш Нуғай Урҙаһының тарҡалыуына һәм көньяҡ башҡорттарҙың Рәсәйгә ҡушылыуы башланыуға килтерә (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы). 16 б. 60‑сы йй. алып Оло Нуғай Урҙаһы бейе.

Әҙәб.: Трепавлов В.В. Ногаи в Башкирии, XV—XVII вв. Княжеские роды ногайского происхождения. Уфа, 1997.

С.И.Хәмиҙуллин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018