ИСМӘҒИЛ АЙЫТҠОЛОВ (?—1755, Ырымбур), башҡорт ихтилалы (1755—56) юлбашсыларының береһе. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарынан. Шул уҡ улустың сотнигы. Әликәш Һөйөндөков һәм Бикбулат Арҡаев м‑н берлектә Нуғай даруғаһының баш күтәреүселәр отрядтарына етәкселек итә. Ҡулға алына, төрмәлә язалауҙарға дусар ителә, шунда вафат була. 18 б. 2‑се ярт. Исмәғил а. (хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Үрге Иҙрис а.) уның исеме м‑н аталған.

Әҙәб.: Чулошников А.П. Восстание 1755 г. в Башкирии. М.; Л., 1940.

И.Ғҡманов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.