ИСЛАМҒОЛ ЮЛДАШЕВ, башҡорт ихтилалы (1735—40) юлбашсыларының береһе. Себер даруғаһы Ҡаратаулы улусы башҡорттарынан. Шул уҡ улустың сотнигы. 1736 й. алып Мәндәр Ҡарабаев м‑н берлектә Себер даруғаһы терр‑яһында һуғыша. 1737 й. яҙ аҙағында Ҡоҙаш Рахманғолов һ.б. етәкс. хөкүмәткә “тоғро” старшиналар отрядтарына ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 1737 й. аҙ. Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Мәндәр Ҡарабаев һ.б. м‑н берлектә Йүрүҙән й. янында һуғыша. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

И.Ғ.Аҡманов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018