ИСӘТ ПРОВИНЦИЯҺЫ, башҡорт ихтилалы (1735—40) башланыу сәбәпле 1737 й. авг. Урал аръяғы Башҡортостанында ойошторола (июндә Минзәлә кәңәшмәһендә В.Н.Татищев, Л.Я.Саймонов, А.И.Тәвкилев, Өфө воеводаһы С.Шемякин ҡабул иткән ҡарар һәм Сенат указы нигеҙендә). Яңы провинция үҙәге төҙөү төбәктә хөкүмәт ғәскәрҙәренең һанын ҡырҡа арттырырға һәм Ырымбур экспедицияһы (1734—44) өсөн аҙыҡ‑түлек ташыуҙы еңеләйтергә мөмкинлек бирә. Провинцияға Себер губ. Тубыл провинцияһы Исәт, Окунев, Шадрин дистрикттары инә. 1744 й. алып Ырымбур губернаһы составында. Төньяҡта — Төмән, көнсығышта — Себер губ. Тубыл провинцияһы, көньяҡта — ҡаҙаҡ йөҙҙәре, көнбайышта Өфө провинцияһы м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Сыбаркүл ҡәлғәһе, 1739 й. башлап Тинес биҫтәһе, 1943 й. — Силәбе ҡәлғәһе. Провинция м‑н Башҡорт эштәре комиссияһы һәм Ырымбур комиссияһы, 1744 й. алып Ырымбур губернаторы буйһоноуында булған Исәт провинция канцелярияһы (башында воевода торған) идара иткән. Халыҡтың төп өлөшө урыҫ крәҫтиәндәренән һәм башҡорттарҙан торған. 5 дистриктҡа (1756 й. Ҡуртамыш һәм Өйәлкә дистрикттары ойошторола) бүленгән. Златоуст (Косотур) заводы, Кәҫле заводы, Ҡыштым заводтары, Өпәле з‑ды (ҡара: Өпәле заводтары), Һатҡы заводы һ.б. пр‑тиелар эшләгән. Провинция 1781 й. бөтөрөлә, терр‑яһы Силәбе өйәҙе, Троицк өйәҙе, Пермь һәм Тубыл наместниклыҡтары составына инә.

В.Н.Моратова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Карта: Исәт провинцияһы (18 б. 2‑се ярт.)