ИСӘТ КАЗАК ҒӘСКӘРЕ, Рәсәй императрицаһы Анна Иоанновнаның 1736 й. 11 февр. шәхси указы б‑са атаман Ермак отряды казактары нәҫелдәренән һәм үҙ ирке м‑н килеүселәрҙән — Себер ҡала казактарынан, дворян һәм ҡасҡын крәҫтиәндәрҙән (ҡара: Иррегуляр ғәскәрҙәр, Казак ҡатламы) Себер губернаһы Тубыл провинцияһында ойошторола. Исәт сик һыҙығын (ҡара: Нығытмалы сик һыҙыҡтары) һаҡлауға тәғәйенләнә. Тубыл, 1738 й. алып Исәт провинцияһы воеводаларына, 1744 й. башлап Ырымбур губернаторына буйһона. Үҙәге — Исәт провинцияһының Исәт бастругы (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, ш. уҡ провинцияның Окунев бастругы), 1773 й. алып Силәбе ҡәлғәһе. Ғәскәр ерҙәре Исәт провинцияһының 12 ҡалаһы тирәһендә урынлашҡан була. 1748 й. И.к.ғ. халҡы — 1230, ғаиләләре м‑н 5 меңгә яҡын кеше (күбеһенсә урыҫтар) тәшкил итә. Ғәскәрҙең идара итеү органы булмай, И.к.ғ. ҡәлғәләре гарнизондарының һайлап ҡуйылған атамандары бер‑береһенә буйһонмай. Ғәскәр башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнаша. Хәрби коллегия указы б‑са 1748 й. 24 майында таратыла; Исәт казактары Ырымбур регуляр булмаған корпусы (ҡара: Ырымбур казак ғәскәре) составына инә.

Әҙәб.: Иванов В.А., Чугунов С.М. История казачества на Урале. Стерлитамак, 2001.

В.А.Иванов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке