ИҪӘНСУРИН Әхмәт Рыҫмөхәмәт улы [30.10.1897, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе 1‑се Иманғол а. (Ырымбур өлк. Октябрьский р‑ны) — 10.7.1938, Өфө], совет партия‑дәүләт эшмәкәре. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. И.В.Сталин ис. Көнсығыш хеҙмәтсәндәре коммунистик ун‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1928). 1915—18 йй. рус армияһында, 1919—22 йй. Ҡыҙыл Армияла. 1924—26 йй. Урал өлк., 1928 й. алып БАССР‑ҙа партия эшендә. 1929 й. башлап ВКП(б)‑ның Тамъян-Ҡатай кантон ком‑ты бүлеге мөдире, 1930 й. — БАССР мәғарифы халыҡ комиссары, 1931 й. — ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты секретары. БАССР ҮБК‑ның 8—9‑сы саҡырылыш ағзаһы. Репрессиялана (1937), атыла. 1956 й. аҡлана.

Әҙәб.: Иргалин Г. Большевистски настойчив //Возвращённые имена. Уфа, 1991.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018