ИРӘМӘЛ ТӘБИҒИ ПАРКЫ. 2010 й. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының үҙәк ҡалҡыу өлөшөнөң уникаль тәбиғи комплекстарын һаҡлап ҡалыу, үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәрен һәм хайуандарҙың һирәк төрҙәрен һаҡлау, унда башланған йылғаларҙың тотороҡло гидрологик режимын тәьмин итеү, ял һәм туризмды үҫтереү маҡсатында ойошторола. Белорет һәм Учалы р‑ндары сиктәрендә урынлашҡан. Майҙаны — 49,3 мең га, терр‑яһының 80%‑тан ашыуын урман ҡаплаған. Ирәмәл тау массивын, Әүәләк, Ягодный һырттарын үҙ эсенә ала. И.т.п. терр‑яһында Ағиҙел й. башлана. Рельефы уртаса таулы, һырттар теҙеменән тора, тау түбәләре яланғас. Тау араһы соҡорҙарында мүкле, күрәнле‑мүкле һәм күрәнле һаҙлыҡтар (Ҡарағужа, Септән, Төлөк һәм Тығын) барлыҡҡа килгән. И.т.п. флораһында 550‑гә яҡын ҡатмарлы төҙөлөшлө көпшәле үҫемлек төрө иҫәпләнә, шуларҙың 11‑е (аҙ япраҡлы елемүлән, урал лаготисы, һигеҙ тажлы ағуна үләне һ.б.) И.т.п. терр‑яһында ғына осрай. 30‑ҙан ашыу реликт (ирәмәл ҡымыҙлығы, көҙгө ллойдия, Леманн таутишәре һ.б.) һәм 15 эндемик (ирәмәл алтын тамыры, көньяҡ урал бүтәгәһе, Крылов зыягөлө һ.б.) табылған. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына үҫемлектәрҙең 60‑тан ашыу төрө, улар араһынан кәкүк ситеге, япраҡһыҙ һаҡалтай сәскә һ.б. РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән. И.т.п. фаунаһы күп төрлө. 270‑кә яҡын төр — умыртҡалы, 350 төр умыртҡаһыҙ иҫәпләнә. 126 төр ҡош оя ҡора. Хайуандарҙың 40 төрө БР‑ҙың, шуларҙың 14‑е (аполлон, бөркөт, өкө, сапсан һ.б.) РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Көньяҡ Урал ҡурсаулығы сигендә парктың экологик коридоры (эре хайуандарҙың миграция юлдарын һаҡлау өсөн) үтә. Ирәмәл тәбиғи комплексы т‑да мәғлүмәттәр И.И.Лепёхин, Х.Ф.Лессинг, А.А.Цветаев, П.Л.Горчаковский, К.Н.Игошина, Л.Н.Тюлина, Ә.Х.Моҡатанов, А.Ә.Мулдашев һ.б. хеҙмәттәрендә бирелә. Терр‑яны Э.З.Байышева, А.Р.Ишбирҙин, А.И.Соломещ һ.б. өйрәнгән.

Әҙәб.: Цветаев А.А. Горы Иремель (Южный Урал): физико-геогр. очерк. Уфа, 1960; Ишбирдин А.Р., Муллагулов Р.Ю., Янтурин С.И. Растительность горного массива Иремель: синтаксономия и вопросы охраны. Уфа, 1996.

В.Б.Мартыненко

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018