ИРРЕГУЛЯР ҒӘСКӘРҘӘР, 18 б. — 1918 й. рус армияһының даими ойошторолошо булмаған йәки регуляр ғәскәрҙәрҙән обмундированиеһы, ҡоралландырылыуы һәм комплектланыу ысулы м‑н айырылған ҡораллы формированиелары. И.ғ. казак ғәскәрҙәре (ҡара: Казак ҡатламы) һәм башлыса урыҫ булмаған халыҡ вәкилдәренән тупланған ҡораллы формированиелар (күбеһенсә атлы) ҡарай. И.ғ. дәүләт сиген һаҡлауҙа, ихтилалдарҙы баҫтырыуҙа, конвойлыҡ хеҙмәтендә файҙаланылған, ярҙамсы ғәскәрҙәр сифатында һуғыштарҙа ҡатнашҡан. Хәрби коллегияға (18 б.) һәм Хәрби министрлыҡҡа (19—20 бб.), туранан‑тура губернаторҙарға (ген.губернаторҙарға) буйһонған. И.ғ. хәрби хеҙм‑рҙәре ҡорал, кейем, ат һәм ат егеү кәрәк‑ярағын үҙ иҫәбенә һатып алған, ойошторолоу төбәгенән ситтә тәьминәткә ҡуйылған. Ырымбур крайында төҙөлгән И.ғ.: Башҡорт атлы полкы, Башҡорт ғәскәре, башҡорт полктары, Исәт казак ғәскәре, мишәр полктары, Ставрополь ҡалмыҡ ғәскәре, типтәр полктары, Урал казак ғәскәре һәм Ырымбур казак ғәскәре.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.