ИРГЕН ЗАВОДТАРЫ, Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Ирген й. (Сылва й. ҡушылдығы) буйында Осокиндар тарафынан Түб. һәм Үрге Ирген баҡыр, суйын иретеү һәм тимер етештереү заводтары булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Осокиндар, 1800 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1804) алып А.А.Кнауф, 1828—53 йй. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1826—53) һәм 1864 й. башлап ҡаҙна, 1853 й. — Кнауф тау заводтары акционерҙар компанияһы. Кнауф тау округына ингән. Түб. (Суртан) И.з. 1728 й. П.И. һәм Г.П. Осокиндар тарафынан Ирген й. Суртан й. ҡойған урында, Үргеһе (Туҡтамыш) — 1771 й. И.П.Осокин тарафынан Ирген й. Туҡтамыш й. ҡойған урында Түб. И.з. көньяҡҡа табан 10 км алыҫлыҡта төҙөлә. Түб. И.з. — 1730 й., Үргеһе 1771 й. эшләй башлай. Түбәнге з‑дта домна мейесе, 8 крица горны, 4 крица сүкеше була; 1751 й. — 8 баҡыр иретеү мейесе (ш. иҫ. еҙ етештереү мейесе), 3 крица сүкеше, 13 горны (4 гармахер горны); 1771 й. — домна һәм 7 баҡыр иретеү мейесе, 9 сүкеше (5 йәйеү сүкеше), 23 горны; 1809 й. — 2 ҡалай прокатлау станы, 8 мейесе (домна мейесе), 1 сүкеше (5 крица, 3 йәйеү сүкеше), 16 горны (8 крица горны). Үрге И.з. сүкеш һәм 2 горн иҫәпләнә; 1791 й. — крица сүкеше, 5 горн (2 крица горны); 19 б. 50‑се йй. — прокат станы, мейес, 5 сүкеш. Үрге з‑дҡа суйын Һарына заводтарынан һәм Түб. Һирге заводынан килтерелә. 18 б. аҙ. Түб. И.з. 100 мең дисәтинәнән ашыу ере, 5 эшләүсе руднигы була. 1735 й. Түб. И.з. 400 заводҡа беркетелгән крәҫтиән иҫәпләнә; 1773 й. — 6173 тау сәнәғәте крәҫтиәне (шуларҙың 2273‑ө заводҡа беркетелгән һәм 1027‑һе крепостной крәҫтиән, 2373‑ө ялланма эшсе), ш. иҫ. 1219 мастеровой һәм эшсе кеше; 1809 й. — 847 крепостной, 1432 заводҡа беркетелгән крәҫтиән. 1860 й. Үрге з‑дта — 163, 1863 й. 80 крепостной крәҫтиән теркәлә. 18 б. Түб. И.з. 82 мең боттан ашыу баҡыр иретелә, макс. етештереүсәнлек — 4064 бот (1765); 1783—96 йй. яҡынса 817 мең бот суйын етештерелә, макс. етештереүсәнлек — 79127 бот (1787). 19 б. Түб. И.з. суйын иретеүҙә макс. етештереүсәнлек — 153 мең бот (1860), тимер иретеүҙә 37,1, мең бот (1860) тәшкил итә. 18 б. Үрге И.з. йылына 7 мең ботҡа яҡын тимер иретелә. 1741 й. Түб. И.з. һауыт‑һаба (кофейниктар, ҡомғандар, һөт һауыттары, самауырҙар, сәйнүктәр һ.б.), 1804 й. Үрге И.з. пар машинаһы деталдәре, бысаҡтар, сәнскеләр етештереү башлана. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында Түб. И.з. баш күтәреүселәр ҡулына эләгә, завод халҡының бер өлөшө ихтилалсыларға ҡушыла. Түб. И.з. — 1876 й., Үрге И.з. 1879 й. ябыла. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Свердловск өлк. Красноуфимск р‑ны Түб. Ирген а. урынлашҡан.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.