ИНТЕЛЛИГЕНЦИЯ (лат. intelligens — белеүсе, аңлаусы, аҡыллы), кешеләрҙең проф. нигеҙҙә аҡыл хеҙмәте м‑н шөғөлләнеүсе соц. ҡатламы. “Интеллигенция” термины 19 б. 70‑се йй. урыҫ яҙыусыһы П.Д.Боборыкин тарафынан индерелә. Башҡортостанда И. формалашыуҙа мәҙрәсәләр, мәктәптәр ҙур роль уйнай. Башҡорттарҙың белемле вәкилдәре башҡорт ихтилалдарының (17—18 бб.) етәкселәре булып китә (Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Килмәк Нурышев, Кинйә Арыҫланов, Ҡараһаҡал һ.б.), Уложенный комиссияла башҡ. халҡының мәнфәғәттәрен яҡлай (Баҙарғол Юнаев, Туҡтамыш Ишбулатов), Рәсәйҙә тау эше белеме үҫешенә һиҙелерлек өлөш индерә (Исмәғил Тасимов, Тасим Мәмәтов һ.б.). 18 б. 2‑се ярт. — 19 б. төбәктә башҡ. И. барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ иткән яңы уҡыу йорттары асыла (ҡара: Ҡала училищелары, Мәхәллә училищелары, Өфө ир балалар гимназияһы, Тау сәнәғәте мәктәптәре һәм училищелары, Урыҫ‑башҡорт халыҡ училищелары). Неплюев кадет корпусы ҙур урын алып тора, уны тамамлаусылар күренекле ғалим, мәғрифәтсе, педагог булып китә (М.М.Биксурин, Ә.Ә.Диваев, Ш.М.Ибраһимов, С.Б.Күкләшев, М.Ә.Ҡыуатов, М.И.Өмөтбаев һ.б.). 19 б. башҡ. И. вәкилдәре милли әҙәбиәт үҫешенә ҙур йоғонто яһай (Аҡмулла, Ш.Зәки, Ә.Ҡарғалы, Һ.С.Сәлихов, С.С.Яҡшығолов, Т.Ялсығол). Урыҫ И. төбәкте өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирә (Р.Г.Игнатьев, А.П.Карпинский, С.И.Коржинский, М.В.Лоссиевский, Н.М.Малиев, П.С.Назаров, Н.В.Ремезов, С.Г.Рыбаков, С.Соммье, В.М.Флоринский, В.М.Черемшанский, Ф.Н.Чернышёв һ.б.). 19 б. аҙ. башҡ. И. күренекле вәкилдәре З.Х.Рәсүлев, Р.Ф.Фәхретдинов һ.б. милли мәғарифты реформалау хәрәкәтен етәкләй (ҡара: Йәдитселек). Башҡ. И. 1917 й. Башҡортостан автономияһы өсөн Башҡорт милли хәрәкәтенә етәкселек итә (Ш.Бабич, Ю.Ю.Бикбов, Ә.Ә.Вәлидов, Ғ.С.Иҙелбаев, А.Н.Йәғәфәров, Г.Б.Ҡарамышев, М.А.Ҡулаев, Ш.Ә.Манатов, Н.Т.Таһиров һ.б.), уның дәүләтселеге барлыҡҡа килеүҙә мөһим роль уйнай; башҡ. милли театры (М.А.Буранғолов, В.Мортазин‑Иманский), матбуғаты (Х.Ғ.Ғәбитов, К.А.Иҙелғужин, Б.Ә.Шәфиев), проф. музыкаһы (Ғ.С.Әлмөхәмәтов) барлыҡҡа килеүгә һәм формалашыуға һиҙелерлек йоғонто яһай. Башҡ. И. вәкилдәре араһынан дәүләт һәм партия эшмәкәрҙәренең тотош плеядаһы үҫеп сыға (Ә.Ә.Бейешев, Ә.Р.Иҫәнсурин, Х.Й.Йомағолов, Х.Ҡ.Ҡушаев, М.Д.Халиҡов һ.б.). 20‑се йй. И. формалашыу сығанаҡтарының береһе булып үрләтеү тора. 30‑сы йй. аҙ. сәйәси репрессиялар башҡ. И. үҫешенә кире йоғонто яһай. Мәғариф системаһы хәҙ. И. формалашыуының төп сараһы булып тора. Халыҡ хужалығының производство (инженер-техник хеҙм‑рҙәр, сәнәғәт, а.х., транспорт, элемтә һ.б. б‑са белгестәр) һәм производствоға ҡарамаған (мед. хеҙм‑рҙәре, педагогтар, фәнни һәм ижади И., юристар, дәүләт аппараты хеҙм‑рҙәре һ.б.) өлкәләрендә эшләй, хәрби И. айырым төркөмдө тәшкил итә. Шулай уҡ ҡала, ауыл И.; милләт б‑са башҡ., урыҫ, татар һ.б. И. айырыла.

Әҙәб.: Зайнетдинов Ш.Р. Интеллигенция и исторический прогресс: место и роль интеллигенции в модернизации российского общества (по материалам переписей населения 1897―1939 гг.) //Страницы истории Башкортостана XX века. Уфа, 1998.

Ю.С.Воронцова, Ә.Ғ.Низамов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке