ИМАНҒОЛ АБРАМОВ, Имасҡол А., Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһы башҡорттарынан. 1774 й. ғин. алып И.А. отряды Пермь провинцияһы терр‑яһында һуғыша. Мартта Салауат Юлаев етәкселегендәге отрядтар составында Красноуфимск ҡәлғәһе һәм Себер даруғаһының Һыҙғы улусы Боғалыш а. янында подполк. А.В.Папава етәкселек иткән хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.