ИМАН, 1704—06 йй. һәм 1707—08 йй. башҡ. ихтилалдары етәкселәренең береһе [ҡара: Башҡорт ихтилалы (1704—11)]. Нуғай даруғаһы Табын улусы башҡорттарынан. Батыр. 1705 й. башында һайлап алынған башҡорттар м‑н бергә Өфөлә була, император указын үтәмәүҙә ғәйепләнеп, комиссар А.Сергеев бойороғо б‑са тән язаһына тарттырыла. 1705 й. яҙынан баш күтәреүселәр отряды (300‑ҙән ашыу кеше) башында Нуғай даруғаһында һуғыша. 1707 й. окт. аҙағында Тоҙ ҡайнатыу ҡаласығы янында Е.Аристов, И.Рыдарь һәм П.Хохлов етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

И.Ғҡманов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018