АКИМОВ Николай Борисович (9.1.1963, Өфө), спортсы. Боҙҙағы мотоуҙыштар б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2003). Респ. ДОСААФ спорт‑техник клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Р.П.Мостафин, В.П.Чапало). 2001—05 йй. Ҡадиров Ғ. исемендәге спорт клубы өсөн сығыш яһай. Европа шәхси (2003) һәм СССР команда (1985) чемпионаттарының, Рәсәй чемпионатының (1993, 2002) көмөш призёры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2003—04).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.