ИМАМЕТДИНОВ Мәғсүм Имаметдин улы [1898, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ҡыҙылъяр а. (БР‑ҙың Яңауыл р‑ны) — 11.3.1945, Оппельн ҡ. янында, Германия] Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930 й. алып Яңауыл р‑нының “Беүә” к‑зында эшләй. 1942 й. башлап Көньяҡ, Көньяҡ‑Көнбайыш һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 16‑сы штурмлау инженер‑сапёр бригадаһы 76‑сы айырым штурмлау инженер‑сапёр батальонының сапёры рядовой И. 1945 й. 2 февр. Одер й. аша күпер һалғанда күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1945). Яңауыл р‑ны Прогресс а. урамға һәм паркка И. исеме бирелгән, һәйкәл ҡуйылған.

Әҙәб.: Колядин Ф. Он сооружал переправы //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018