ИМАҠОВ Таһир Ғилман улы [26.10.1895, Ырымбур губ. ш. уҡ ис. өйәҙе Ҡансыра а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) — 14.11.1937, Ырымбур ҡ.], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһен тамамлаған. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары делегаты. 1914—15 йй. Ырымбур һәм Джизак (Сәмәрҡәнд өлк.) ҡҡ. эшләй. 1917 й. дек. алып Башҡорт хөкүмәте ағзаһы. 1918 й. ғин.—февр. Бөтә Рәсәй мосолмандары хәрби съезында (ҡара: Мосолман съездары) башҡ. делегацияһы етәксеһе. Марттан Башҡортостан Ваҡытлы революцион советы ағзаһы. Апр. алып Үҙәк мосолман комиссариатының башҡ. эштәре бүлеге мөдире, Өфө губ. татар‑башҡ. комиссариатының агитация бүлеге м‑н мөдирлек итә. Июлдә Ғ.Иркәбаев м‑н берлектә Бөрйән‑Түңгәүер кантонында башҡ. ирекле отрядын ойоштороу м‑н шөғөлләнә. Окт. башлап Ғ.С.Иҙелбаев ис. 2‑се башҡ. кав. полкының 1‑се эскадронына командалыҡ итә. 1919 й. февр. Бөтә башҡорт хәрби съезында ҡатнаша, 26 февр. алып Башҡ. респ. эске эштәр һәм милләттәр комиссары вазифаһын башҡара. Майҙа РККА‑ның Беренсе армияһы Ревтрибуналына Башҡортостан хәрби-революцион комитеты вәкиле итеп ебәрелә. 1919 й. авг. Ә.Ә.Вәлидов м‑н берлектә Башҡорт айырым кавалерия бригадаһының Ҡыҙыл Армия яғына сығыуын ойоштороуҙа ҡатнаша. 1920 й. ғин. башынан Башҡортостан ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе. 16 ғин. эштән ситләтелә. Марттан Башревком рәйесе вазифаһын башҡара. РСФСР Бөтә Рәсәй ҮБК һәм ХКС м‑н РСФСР составындағы АСБР-ҙың (ҡара: “Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында”) юридик статусы т‑дағы фекер айырымлыҡтары һөҙөмтәһендә, 16 июндә Башревкомдың башҡа ағзалары м‑н бергә “коллектив отставкаға” китә. 1920 й. дек. БашҮБК вәкилдәре составына индерелә. Артабан БАССР‑ҙың Юстиция ХК аппаратында, 1935 й. алып СССР Дәүләт банкыһының Ырымбур бүлегендә эшләй. Репрессиялана (1937), атыла. 1960 й. аҡлана.

Әҙәб.: Ярмуллин А.Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009.

М.М.Ҡолшәрипов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке