ИЛЬИН Сергей Спиридонович [5.4.1925, БАССР-ҙың Өфө кантоны Андреевка а. (хәҙ. БР-ҙың Өфө р-ны Сергеевка а.) – 5.2.1945, Врицен ҡ., Германияның Бад‑Фрайенвальде ҡ. ерләнгән], лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Әстерхан хәрби пехота уч‑щеһын тамамлаған (1944). 1943 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1944 й. башлап 3‑сө Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се удар армияның 230‑сы уҡсылар див. 986‑сы уҡсылар полкы 9‑сы уҡсылар ротаһының взвод ком. лейт. И. 1945 й. 2—5 февр. Одер й. аша сыҡҡанда һәм Врицендан көнсығыштараҡ һул яр плацдармын һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1945). Өфө р‑нының Жуков а. И. исемен йөрөткән урта мәктәп бинаһына — мемориаль таҡтаташ, ихатаһына һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке