ИЛСЕЛЕК ПРИКАЗЫ, Рәсәйҙә дәүләт учреждениеһы. 1549 й. ойошторола. И.п. дума дьягы етәкселек иткән, составына дьяк ярҙамсыһы (подьячий, эш башҡарыуҙы күҙәткән), дьяктар һәм подьячийҙар (проф. дипломаттар), тәржемәселәр (яҙма тәржемә башҡарғандар), тылмастар ингән. Туранан‑тура батшаға һәм Баярҙар думаһына буйһонған. Дөйөм рәүештә илдең тышҡы сәйәсәтенә етәкселек иткән: башҡа тарафтарға илселектәр ебәргән һәм сит ил илселәрен ҡабул иткән, документтар әҙерләгән һәм һөйләшеүҙәр алып барған, Рәсәй әсирҙәрен түләп һәм алмаштырып алыуҙы, сит ил әсирҙәре өҫтөнән күҙәтеүҙе, ҡушып алынған биләмәләр м‑н идара итеүҙе тормошҡа ашырған.

Башҡорттарҙың ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ, нуғай, Яйыҡ казактары м‑н мөнәсәбәтен көйләү талап ителгән Башҡортостандың сик буйы терр‑ялары И.п. ҡарамағында була. Өфө воеводаларының тышҡы сәйәсәт эшмәкәрлеген контролдә тотҡан. Илселектәр составына башҡ. тархандары ингән, улар йыш ҡына сик буйы бәхәстәрен хәл иткәндә Рәсәй хөкүмәте исеменән эш иткән, һөйләшеүҙәрҙә аралашсылар һәм тылмастар сифатында ҡатнашҡан. 1717 й. И.п. Сит ил эштәре коллегияһы итеп үҙгәртелә.

Әҙәб.: Леонтьев А.К. Образование приказной системы управления в Русском государстве. М., 1961.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018