ИЛИЗАРОВ Борис Семёнович (24.4.1944, Өфө ҡ.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1985), проф. (1986). С.С.Илизаровтың ағаһы. Мәскәү тарих‑архив ин‑тын тамамлаған (1969). 1973 й. башлап Бөтә Союз документтар алып барыу һәм архив эше ҒТИ‑нда, 1979 й. — Мәскәү тарих‑архив ин‑тында (1981 й. алып архив эше теорияһы һәм практикаһы каф. мөдире) өлкән ғилми хеҙм‑р булып эшләй, 1995 й. — РФА-ның Рәсәй тарихы ин‑тының төп ғилми хеҙм‑ре. Фәнни тикшеренеүҙәре Рәсәйҙең иң яңы тарихына, тарих философияһына, сығанаҡтар өйрәнеүгә һәм архив ғилеменә арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Роль документальных памятников в общественном развитии. М., 1985; Тайная жизнь И.В.Сталина. По материалам его библиотеки и архива. М., 2005; И Слово воскрешает... или «Прецедент Лазаря». М.; СПб., 2007.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018