ИЛЕШЕВ Ғөбәйҙулла Шәрип улы [10.11.1927, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Түбәнге Сирбай а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 7.8.2009, Өфө], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1985), проф. (1988). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1989). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск юғары партия мәктәбен тамамлаған (1961). 1944—51 йй. СССР хәрби‑диңгеҙ флотының Ҡара диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. 1952 й. алып Күгәрсен һәм Яңауыл р‑ндары мәктәптәрендә эшләй. 1955—57 йй. һәм 1961—65 йй. партия эшендә [КПСС-тың Күгәрсен, Йомағужа, Ленин (Өфө) район ком‑ттарында]. 1968—71 йй. БДПИ‑ла, 1971 й. башлап Мәскәү технология ин‑тының Өфө филиалында, 1976 й. — ӨАИ‑ла (1983 й. алып сәйәси тарих каф. мөдире), 1991 й. — БДУ‑ның Сибай филиалында уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре 20 б. Башҡортостандағы аграр сәйәсәткә, 18 б. 1‑се сирегенән 20 б. аҙ. тиклем Ҡара диңгеҙҙә Рәсәй флоты тарихына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Деятельность Башкирской партийной организации по развитию сельского хозяйства (1946—1970 гг.). Саратов, 1982; Башкирская деревня в первые послевоенные годы (1946—1950 гг.). Уфа, 1988; Флот — линия жизни. Уфа, 2009.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке