ИҘРИСОВ Ғилемхан Иҙрис улы [16.9.1913, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Абзан а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 5.2.1977, Күмертау ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Тыуған ауылында, 1932—36 йй. Ленинградта, 1940 й. алып Стәрлетамаҡ ҡ. эшләй. 1937—39 йй. һәм 1942 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. ноябренән Дон, 1‑се һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се гвардия армияһы 95‑се гвардия уҡсылар див. 290‑сы гвардия уҡсылар полкының орудие командиры гвардия өлкән сержанты И. 1945 й. ғин. Забожье, Янина һәм Пиньчув (бөтәһе лә — Польша) торама пункттары өсөн барған алыштарҙа, Пиньчувтан көньяҡтараҡ Нида й. аша сыҡҡанда һәм Кронштадт ҡ. штурмлағанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң Благовар р‑нында, һуңыраҡ Чимкент ҡ. эшләй. Ленин (1945), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943), 3‑сө дәрәжә Дан (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Благовар р‑нының Иҫке Күсәрбай һәм Языков аа. И. һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.