ИҘЕБАЙ АҠБАЕВ, И.Янбаев (1732; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1733—1800), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Уҫы даруғаһы Бөрөбаш а. (Мишкә р‑ны) марийы. 1773 й. декабрендә И.А. отряды Йәлдәк ҡәлғәһен ала. 1774 й. ғин.—апр. Уҫы һәм Себер даруғаларында баш күтәреүселәр отрядтары ойоштора. Май—июндә Бәхтейәр Ҡанҡаевтың берләштерелгән отряды составында О.И.Дуве етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа, Бөрөнө алыуҙа ҡатнаша, Абдулла Туҡтаров м‑н берлектә Өфө—Екатеринбург юлын күҙәтеү аҫтында тота. Окт. Ташкир а. әсирлеккә эләгә. Ҡазан йәшерен комиссияһында тикшереү аҫтында тотола. Тән язаһына дусар ителә, Ырымбур ҡ. һөргөнгә ебәрелә, һуңыраҡ улус хакимиәте яуаплылығына бирелә.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке