АКВАРИУМ БАЛЫҠТАРЫ, балыҡтың аквариумда тотоу өсөн яраҡлаштырылған төрҙәре һәм яһалма сығарылған формалары. Фәнни‑танып белеү һәм декоратив маҡсаттарҙа үрсетелә. А.б. төҫө, кәүҙә формаһы һәм ҙурлыҡтары б‑са төрлө була. Карп һымаҡтар (брахиоданио, данио, алтын балыҡ һәм уның бик күп формалары, кардинал, неон, тетра һ.б.); карп тешле һымаҡтар (афиосемион, гуппи, моллиенезия, ҡылыслы балыҡ, платипецилия, фундулус һ.б.); йәйен һымаҡтар (брохис, каллихта, коридорас һ.б.); алабуға һымаҡтар (гурами, пельматохромис, әтәс балыҡ, скалярия һ.б.) отрядтарына ҡараған бер нисә йөҙ төрө иҫәпләнә. А.б. күпселеге Азия, Америка, Африканың тропик һәм субтропиктарындағы тәбиғи сөсө һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. Хәҙерге сөсө һыулы һәм диңгеҙ аквариумдарында, уларҙың йәшәү рәүешен күҙәтеү, тәрбиәләү, үрсетеү һәм дауалау ысулдарын эшләү маҡсатында, ҙур балыҡтар (акула, суртан һ.б.) ҙа үрсетелә. Күп А.б. бионикала, генетикала, йыһан биологияһында, селекцияла тикшеренеү объекттары булараҡ файҙаланыла. А.б. Республика экология-биол. үҙәгендә (яҡынса 30 формаһы), Өфөнөң йәш натуралистар станцияһында һ.б. бар.

И.П.Дьяченко

Тәрж. Г.М.Яҡупова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.