ИҘЕРКӘЙ БАЙМӘКОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв атаманы. Башҡорттарҙан. Яйыҡ казак ғәскәрендә хеҙмәт иткән. Ихтилалға 1773 й. сент. ҡушыла. Пугачёвтың Йәшерен советы составына ингән. Башҡорттарға һәм ҡаҙаҡтарға Пугачёв өндәмәләрен төҙөүҙә ҡатнашҡан. 8—9 нояб. И.Н.Зарубин, Ҡотлогилде Абдрахманов һәм А.А.Овчинников м‑н берлектә Бөгөлмә ведомствоһының Йүҙәй а. янында В.А.Кар етәкселек иткән хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алышта ҡатнаша. Пугачёвтың Төп ғәскәре составында Түбәнге Волга буйына барып етә. 1774 й. 23 авг. Ҡара Яр ҡ. эргәһендә И.И.Михельсон етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәре м‑н алышта ҡатнаша. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке