ИҘЕЛБАЕВ Ғабдулла Сәфәрғәле улы [1893, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Теләүембәт а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 7.3.1918, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Баймаҡ а., хәҙ. Баймаҡ ҡ.], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1‑се Ырымбур ир балалар гимназияһын тамамлаған (1914). Ҡазан ун‑тында уҡый (1914—15). Ырымбур губернаһының башҡортфедералистарынан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы депутаты. 1915—17 йй. рус армияһында, поручик. 1917 й. Симферополь ҡ. хеҙмәт итә. Башҡорт хөкүмәте һәм Кесе ҡоролтай ағзаһы. 1918 й. башында Ә.Б.Ҡарамышев һәм Ғ.С.Мағазов м‑н берлектә Бөрйән-Түңгәүер кантонында 1‑се башҡ. полкын ойоштороуға етәкселек итә. 2‑се мартта Баймаҡ эшсе депутаттары советы вәкилдәре тарафынан ҡулға алына. Атыла (ҡара: Баймаҡта Башҡорт хөкүмәте ағзаларын атыу). Башҡорт ғәскәренең 2‑се Башҡорт ирекле кавалерия полкы И. исемен йөрөткән.

Әҙәб.: Ярмуллин А.Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009.

М.М.Ҡолшәрипов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.