ИГНАТЬЕВ Семён Денисович (14.9.1904, Херсон губ. Карловка а. — 27.11.1983, Мәскәү), совет партиядәүләт эшмәкәре. И.В.Сталин ис. Бөтә Союз сәнәғәт акад. тамамлаған (Мәскәү, 1935). 1922—31 йй. Ҡырғыҙ АССР-ында һәм Үзбәк ССР‑ында, 1935 й. алып ВКП(б)‑ның ҮК аппаратында эшләй. 1937 й. башлап ВКП(б)-ның Бүрәт-Монгол өлкә ком‑тының 1‑се секретары, 1943—46 йй. һәм 1953—57 йй. КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑тының 1‑се секретары. 1946 й. алып ВКП(б) ҮК‑ның Партия органдарын тикшереү идаралығы нач. урынбаҫары, 1947—49 йй. Белорус ССР‑ы Коммунистар партияһы (большевиктарҙың) ҮК секретары. 1951—53 йй. СССР‑ҙың дәүләт именлеге министры. 1952—61 йй. КПСС ҮК ағзаһы, бер үк ваҡытта 1953 й. марты—апр. башында КПСС ҮК секретары, 1957—60 йй. КПСС‑тың Татарстан өлкә ком‑тының 1‑се секретары. СССР ЮС‑ының 1—5‑се, РСФСР ЮС‑ының 4‑се һәм ТАССР ЮС‑ының 5‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1940, 1944, 1948, 1957), Окт. Революцияһы (1974), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018