ИВАНОВ Тит Тит (? — 9.5.1768, С.‑Петербург), Ырымбур губернаһы Бөгөлмә һәм Ставрополь ведомствоһының дәүләт крәҫтиәндәренән Уложенный комиссия депутаты. 18 б. 40—60‑сы йй. Рәсәйҙең үҙәк губерналарынан Ырымбур губ. һөргөнгә ебәрелгән күскенселәрҙән. Комиссияға йөкләмәләр һанын кәметеү т‑да наказ индерә. Крәҫтиәндәрҙең сауҙа һәм һөнәрселек м‑н шөғөлләнеүгә хоҡуғын һаҡлау т‑дағы тәҡдимдәрҙе яҡлай. 1768 й. уның урынына Г.Давыдов һайлана.

Әҙәб.: История Самарского Поволжья с древнейших времён до наших дней: бронзовый век. Самара, 2000.

И.М.Васильев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.