ИВАНОВ Пётр Игнатьевич (15.2.1904, Өфө — 9.4.1945, Ланжгот ҡ., Чехия, Кути а. ерләнгән, Словакия), кавалерист, гвардия майоры. Советтар Союзы Геройы (1946). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. РККА‑ның Бөтә Рәсәй ҮБК ис. Беренсе совет хәрби мәктәбен (Мәскәү, 1924), РККА‑ның командирҙар составын камиллаштырыу б‑са Ленинград бронетанк курстарын (1933) тамамлаған. 1918—35 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июленән Үҙәк, Брянск, 1‑се һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 4‑се гвардия казак кавалерия корпусының 9‑сы гвардия казак кавалерия див. 34‑се гвардия кавалерия полкы ком. гвардия майоры И. 1945 й. 28 мартында Шурани ҡ. көньяҡтараҡ Нитра й. (Словакия) аша сыҡҡанда һәм һул ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1946), Ҡыҙыл Байраҡ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке