ИБРАЙ ТАҺИРОВ, Ибраһим Таһиров (? — 1774), Ырымбур губернаһы Бөгөлмә һәм Ставрополь ведомстволары дәүләт крәҫтиәндәренән (суҡындырылмаған татарҙарҙан һәм сыуаштарҙан) Уложенный комиссия депутаты. Бөгөлмә ведомствоһы Татар Ҡандыҙы а. (ТР‑ҙың Баулы р‑ны) татарҙарынан. Комиссияға йән башына һалымды кәметеү, почта һәм ылау йөкләмәләрен үтәү өсөн Яңы Мәскәү юлына өҫтәмә ямсылар билдәләү т‑да наказ тәҡдим итә. Крәҫтиәндәрҙең сауҙа һәм һөнәрселек м‑н шөғөлләнеүгә хоҡуғын яҡлау т‑дағы тәҡдимде хуплай. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) осоронда үлтерелә.

Әҙәб.: Кулбахтин И.Н., Кулбахтин Н.М. Наказы народов Башкортостана в Уложенную комиссию 1767—1768 гг. Уфа, 2005.

И.М.Васильев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке