ИБРАҺИМОВ Шаһимәрҙән Мерәҫ улы (1841, Ырымбур губ. — 1892, Ғосман империяһының Джидда ҡ.), тәржемәсе, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Ырымбур башҡорттарынан (дворяндарҙан тип фараз ителә). Действительный статский советник. Төрки, фарсы һ.б. телдәрҙе белгән. Себер кадет корпусын тамамлағандан һуң (Омск ҡ., 1864) Аҡмулла өлк. Петропавловск ҡ. төрлө учреждениеларҙа хеҙмәт итә. 1870 й. алып Төркөстан генерал‑губернаторлығы канцелярияһының дипломатия хеҙмәте эргәһендә тәржемәсе (1878 й. башлап өлкән чиновник; 1880 й. һәм 1881 й. Бохарала рус илселеге етәксеһе), 1881 й. — Ҡашғар ҡ. (Ҡытай) консул, 1886 й. — С.‑Петербургта Төркөстан генерал‑губернаторлығы вәкиле, 1890 й. — Джиддала ген. консул. 1870—81 йй. “Төркөстан вилайәте гәзите”н [“Туркестанские ведомости” (“Төркөстан хәбәрҙәре”) гәз. ҡушымтаһы, Ташкент] ойоштороусыларҙың һәм мөхәррирҙәренең береһе. Фәнни эшмәкәрлеге ҡаҙаҡ, үзбәк, төрөкмәндәрҙең һәм Урта Азияның башҡа халыҡтарының этнографияһын һәм фольклорын өйрәнеүгә арналған. “Ҡаҙаҡ теленең көнкүреш һәм традицион һүҙҙәренең аңлатмалы һүҙлеге”н (“Толковый словарь бытовых и традиционных слов казахского языка”), үзбәк телендә тәүге йыллыҡ календарҙар (1871, 1872, Ташкент; 1873, Мәскәү) төҙөй. 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Әҫәрҙ.: Оренбургские казаки. Ташкент, 1869; Мангышлакские казаки. Ташкент, 1870; Киргизы: этногр. очерк. Ташкент, 1872.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.