ИБӘК, Ибраһим (? — 1495), Себер ханлығы ханы (1464—95). Власҡа Тайбуғалар нәҫеленән Мар кенәзде юҡ иткәндән һуң килә. 1470‑се йй. башында Оло Урҙа ханы Әхмәт, ҡаҙаҡ ханы Жәнебәк, Нуғай Урҙаһы мырҙалары Ғәббәс, Муса, Ямғурса һ.б. м‑н берлектә Күк Урҙала власты яулап ала. Мәскәү дәүләте м‑н сауҙа мөнәсәбәттәре урынлаштыра. 1481 й. нуғай ғәскәре м‑н берлектә Оло Урҙа ханы Әхмәттең ставкаһын тар‑мар итә. Ҡазан ханлығының сәйәсәтенә йоғонто яһарға тырыша. Шәжәрәгә ярашлы, Көнбайыш Себерҙә власть урынлаштырыу өсөн көрәш барышында И. башҡорттарҙың табын ырыуы башлыҡтары Асаҙы бей һәм Шәкәрле бей м‑н бәрелештәр һөҙөмтәһендә, уларҙы көнбайышҡа Ағиҙел һәм Инйәр йй. яғына күсенергә мәжбүр итә. Тайбуғалар тарафынан ойошторолған заговор арҡаһында үлтерелә.

Әҙәб.: Сафаргалиев М.Г. Распад Золотой Орды. Саранск, 1960; Ахмедов Б.А. Государство кочевых узбеков. М., 1965; Миллер Г.Ф. История Сибири. В 3 т. Т.1. М., 2005.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018