ЗӨЛҠӘРНӘЕВ Батыргәрәй Сәлим улы [10.9.1949, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Хоҙайбирҙин а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны)], хәрби эшмәкәр. Хәрби ф. д‑ры (1996), проф. (1997). Контр‑адмирал (1999). Каспий юғары хәрби‑диңгеҙ уч‑щеһын (Баҡы, 1971), Хәрби‑диңгеҙ акад. (Ленинград, 1985), РФ Ҡораллы көстәре Ген. штабының Хәрби акад. Юғары академик курстарын (Мәскәү, 1998) тамамлаған. 1971 й. алып СССР хәрби‑диңгеҙ флотында, 1992 й. — РФ хәрби‑диңгеҙ флотында. 1981—83 йй. крейсер атом ракета һыу аҫты кәмәһе командиры. 1985 й. алып Хәрби‑диңгеҙ акад. уҡыта, 1997 й. — Оборона советында референт, 1998 й. — РФ Хәүефһеҙлек советы аппаратында хәрби инспектор, 2003 й. — Рәсәй Транспорт министрлығының “Росморпорт” ФДУП‑ының ген. дир. урынбаҫары, 2006—12 йй. “Росатом” Дәүләт корпорацияһының “Атомспецтранс” ЯСЙ дир. урынбаҫары (бөтәһе лә — Мәскәү). Төньяҡ Кавказдағы кризисты көйләүҙә, РФтың милли хәүефһеҙлеген, дәүләт сиктәрен, эске диңгеҙ һыуҙарын, терр. диңгеҙҙәрен, ҡитға шельфын һәм тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлау концепцияларын эшләүҙә ҡатнаша. Фәнни тикшеренеүҙәре хәрби‑диңгеҙ флоты тарихына һ.б. арналған. Яҡынса 100 фәнни хеҙмәт, 33 уйлап табыу авторы. Ҡыҙыл Йондоҙ (1982), Батырлыҡ (2001) орд. м‑н бүләкләнгән.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика