ЗУБАРЕВ Прокопий Тимофеевич (1886, Вятка губ. Зубари а. — 15.3.1938, Мәскәү), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. 1904 й. алып РСДРП ағзаһы. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1901—05 йй. Вятка а.х. техник уч‑щеһында уҡый. 1915—17 йй. рус армияһында. 1906 й. башлап — РСДРП‑ның Вятка, 1909 й. алып Өфө губерна ком‑ттары ағзаһы, бер үк ваҡытта 1908—15 йй. полиция шымсыһы. 1909 й. алып Өфө губ. кооперация учреждениеларында эшләй. 1918 й. башлап Өфө губерна аҙыҡ‑түлек ком‑ты хеҙм‑ре, Өфө губернаһының аҙыҡ‑түлек, РСФСР Аҙыҡ‑түлек ХК‑ның халыҡ комиссары урынбаҫары. 1921 й. дек. алып Эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеецтар деп. советының Өфө губерна башҡарма ком‑ты рәйесе, 1922 й. июленән БАССР ХКС‑ы рәйесе урынбаҫары. 1923 й. башлап Урал өлк. партия һәм дәүләт эшендә, 1929 й. — ВКП(б) өлкә ком‑тының яуаплы секретары. 1931 й. алып СССР‑ҙың Игенселек ХК хеҙм‑ре, 1934 й. — РСФСР‑ҙың игенселек халыҡ комиссары урынбаҫары. Репрессиялана (1937), атыла. 1965 й. аҡлана.

Е.П.Асабин, Г.В.Мордвинцев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика