ЗОТОВ Виктор Никифорович [29.5.1925, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Баҡалы а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 16.7.1996, Өфө], миномётсы, гвардия майоры (1953). Дан орд. тулы кавалеры. БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Иваново хәрби‑сәйәси уч‑щеһын (1947), БДУ‑ны (1964) тамамлаған. 1942 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. июленән Ялан, 2‑се һәм 1‑се Украина фронттарында 37‑се, 5‑се гвардия армиялары составында 15‑се гвардия уҡсылар див. 614‑се айырым миномёт полкы миномётсыһы, нояб. алып миномёт расчёты ком. булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н З. 1944 й. 6 апр. Молдавия ССР‑ының Слободзея а., 1945 й. 24 һәм 27 ғин. Прейсдорф а. (Германия) һәм 16—17 апр. Берлин янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1956) 1995 й. тиклем Октябрьский һәм Өфө ҡҡ. уҡытыусы, урта мәктәптәр дир. булып эшләй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), 1‑се (1945 й. июне), 2‑се (ш. уҡ йылдың марты) һәм 3‑сө (1944 й. майы һәм сент.) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. Баҡалыла урамға З. исеме бирелгән, Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика