ЗОРИН Сергей Иванович (11.9.1911, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Крюковский а. — 6.2.1954, Өфө), Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1936—39 йй. һәм 1940—41 йй. Өфө трамвай депоһында эшләй. 1933—35 йй., 1939—40 йй. һәм 1942 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. башлап Үҙәк, 1‑се һәм 2‑се Украина, 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се гвардия танк армияһы 37‑се механизация бригадаһы 3‑сө танк полкының танк механик‑водителе старшина З. 1945 й. 16 һәм 23 ғин. Курчова‑Весь а. янында һәм Мщонув ҡ. (икеһе лә — Польша) төньяҡ‑көнбайыштараҡ алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Өфө трамвай депоһының хәрәкәт хеҙмәте нач., 1950 й. алып директоры. Ленин (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. З. исеме Өфөләге 1‑се трамвай депоһына бирелгән; Благовещен ҡ. уға — һәйкәл, Благовещен р‑ны Рождественский а. З. уҡыған элекке башланғыс мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика