ЗЛОКАЗОВТАР, сауҙагәрҙәр. Билдәлеләре: Алексей Никифорович З., 2‑се гильдия сауҙагәре. Кәҫле заводы мастеровойҙарынан. 1863 й. Екатеринбург ҡ. “Алексей Злоказов һәм уның улы” компанияһына нигеҙ һала. Уның улдары: Пётр Алексеевич З., 1‑се гильдия сауҙагәре; Николай Алексеевич З., 1‑се гильдия сауҙагәре; Фёдор Алексеевич З., 1‑се гильдия сауҙагәре. 1879—81 йй. һәм 1884—90 йй. Златоуст өйәҙ земство башҡармаһы гласныйы, 1879—81 йй. — рәйесе, бер үк ваҡытта 1879—81 йй. Златоуст ҡ. почётлы мировой судья. Өфө ярлылар попечителлеге ком‑ты ағзаһы. Бер туған З. аталары компанияһы нигеҙендә “Бер туған Злоказовтар” сауҙа йортон асалар. 1869 й. сауҙагәр Мотовиловтан Златоуст өйәҙенең Әйле улусы Нәсибаш а. шарап ҡыуыу з‑ды (80‑се йй. аҙағында ш. уҡ улустың Петрушкино а. тирәһенә күсерелә; хәҙ. Силәбе өлк. Петропавловка а. Петропавловка спирт з‑ды) һатып алалар. 1872 й. ш. уҡ өйәҙҙең Мырҙалар улусы башҡорттарынан 60 мең дисәтинә ылыҫлы урманды ҡуртымға алалар (һуңынан һаталар). 1903 й. Никольск заводын һатып алалар; Златоуст ҡ. күмәртәләп шарап һатыу складтарына, Екатеринбург өйәҙендә шарап ҡыуыу, быяла, буҫтау пр‑тиеларына һ.б. хужа булалар. Көнбайыш Себер т. юлын ҫа ҡ., — 6.5.1936, Буэнос-Айрес), инженер-технолог. С.‑Петербург технологик ин‑тын тамамлаған; Гейдельберг ун‑тында (Германия) уҡый. 19 б. аҙ. — 20 б. башында Воздвиженка химия з‑дында (Екатеринбург өйәҙе) эшләй, бында уның булышлығында хромпик етештереү технологияһы камиллаштырыла. Екатеринбург ҡала думаһы һәм өйәҙ земство йыйылышы гласныйы, Екатеринбургта почётлы мировой судья. Биржа ком‑ты старшинаһы (1913—19), хәйриә йәмғиәте рәйесе (1915). 1919 й. — Японияға, артабан Аргентинаға күсеп китә. 20 б. башында ағаһы Николай Фёдорович З. м‑н берлектә “Бер туған Злоказовтар” сауҙа йорто нигеҙендә ш. уҡ исемле фирма ойоштора. Ағалы-ҡустылы З. Исәт һәм Эрбет һыра ҡайнатыу з‑дына (Екатеринбург өйәҙе), Исәт металл эшкәртеү з‑дына (Екатеринбург), Никольск һәм Петропавловка шарап ҡыуыу з‑дтарына хужа була. Воздвиженка һәм Полевской химия з‑дтарын (Екатеринбург өйәҙе), 2 поташ з‑дын (Златоуст һәм Өфө өйәҙҙәре) төҙөйҙәр. Хәйриә м‑н шөғөлләнәләр.

З.И.Гудкова, Ю.П.Окунцов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика