ЗЛАТОУСТ (КОСОТУР) ЗАВОДЫ, 1754 й. И.П.Мосолов (ҡара: Мосоловтар) тарафынан Себер даруғаһы Әйле улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Оло Таҫма й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында баҡыр, суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Мосоловтар, 1769 й. алып Лугининдар, 1799 й. Дәүләт ассигнация банкыһы, 1811 й. башлап ҡаҙна ҡарамағында, 1797—98 йй. һәм 1800—11 йй. А.А.Кнауф тарафынан ҡуртымға алына; 1917 й. һуң национализациялана. Златоуст тау сәнәғәте округына ингән. 1761 й. эшләй башлай. Домна һәм 2 баҡыр иретеү мейесе, 4 крица горны, 2 крица сүкеше, 18 б. аҙ. 2 домна һәм 2 руда үртәү мейесе, 34 крица горны, 28 сүкеү һәм 4 йәйпәкләү сүкеше, 2 ҡырҡыу станы, 19 б. башында 26 йылытыу, 2 домна һәм 2 руда үртәү мейесе, 21 крица горны, 21 крица, 15 туҡмаҡлы һәм 9 табаҡ туҡмау сүкеше, ҡырҡыу һәм 4 прокатлау станы, 19 б. 60‑сы йй. домна, йәбештереү, ҡыҙҙырыу, 2 суйын иретеү (вагранкалар) мейесе, якорь һәм 10 тимерлек горны, 19 б. аҙ. домна, 2 мартен, 2 регенерация (тигелдә иретеү өсөн), 2 суйын иретеү мейесе, ҡыҫыу һәм 4 прокатлау станы була. 19 б. 30—40‑сы йй. П.П.Аносов (ҡара: Аносовтар) етәкс. заводта домна мейестәре һәм крица горндарының цилиндрик күректәре камиллаштырыла, утҡа сыҙамлы тигелдәр етештереү технологияһы эшләнә, тимер һ.б. алыуҙың контуаз ысулы индерелә, химик лаб. ойошторола (1836). 50‑се йй. аҙ. П.М.Обухов тарафынан юғары сифатлы тигель ҡоросон күпләп етештереү ысулы тәҡдим ителә. 19 б. 80‑се йй. — 20 б. башында эҫе һауа өрҙөрөү, пудингылау, мартен производствоһы индерелә; завод цехтарында һәм терр‑яһында ат көсө файҙаланылған т. юл селтәре һалына, электр уты үткәрелә. 18 б. аҙ. З.(К.)з. 510 мең дисәтинәнән ашыу ере, эшләгән 5 руднигы була. Заводта — 485 крепостной крәҫтиән, 1773 й. — 306 крепостной крәҫтиән, 900 ялланған кеше, 19 б. башында — 560 мастеровой һәм эшсе кеше, яҡынса 1200 заводҡа беркетелгән крәҫтиән, 200‑ҙән ашыу ялланған кеше, 19 б. 60‑сы йй. — 566 (төп эштәрҙә 241, ярҙамсы эштәрҙә 325) эшсе (ҡара: Эшселәр синыфы), 19 б. аҙ. — 4489 эшсе (ярашлы рәүештә 2394 һәм 2095 кеше), 1914 й. — 9157 эшсе, 1917 й. 16 меңдән ашыу эшсе иҫәпләнә. 1763—73 йй. З.(К.)з. 15,9 мең бот баҡыр иретелә, уртаса етештереүсәнлек — йылына яҡынса 1,5 мең бот, макс. — 2,4 мең бот (1768); 1783—96 йй. яҡынса 2,6 млн бот суйын иретелә, макс. етештереүсәнлек — 275 мең бот (1795). 1800— 80 йй. уртаса етештереүсәнлек йылына яҡынса 200 мең бот суйын тәшкил итә, макс. — 277,3 мең бот (1875); тимер — яҡынса 43 мең бот, макс. — 95 мең бот (1800). 19 б. 40‑сы йй. йылына яҡынса 7,7 мең бот ҡорос иретелә, 60‑сы йй. — яҡынса 173 мең бот (Златоуст ҡорал фабрикаһы һәм Кенәз Михаил ҡорос‑туп фабрикаһы м‑н бергә), макс. етештереүсәнлек — 47,2 мең бот (1865); 70‑се йй. макс. етештереүсәнлек 21,6 мең бот тәшкил итә (1875). 19 б. аҙағынан заводта завод ҡорамалдары (руда онтағыстар, престар һ.б.), т. юл деталдәре (тыйғыстар, ырғаҡлы сөй, болттар һ.б.), артиллерия снарядтары һәм уларға частар, һыу үткәргес торбалар, хирургия инструменттары, ашхана приборҙары һ.б. етештерелә. 1808 й. З.(К.)з. эргәһендә тимер эшкәртеү, ҡаҙаҡ һ.б. етештереү б‑са ярҙамсы Түбәнге Златоуст з‑ды [20 б. башында ул З.(К.)з. составына инә], 1813 й. һалҡын ҡорал эшләү оҫтаханаһы (уның нигеҙендә 1915 й. Златоуст ҡорал ф‑каһы барлыҡҡа килә), 1859 й. Кенәз Михаил ҡорос‑туп ф‑каһы асыла. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында завод халҡының бер өлөшө баш күтәреүселәргә ҡушыла. 1774 й. завод яндырыла, 1776 й. тергеҙелә. Беренсе донъя һуғышы йылдарында производство тулыһынса хәрби ихтыяждарға буйһондорола: снаряд һәм мартен ҡоросо, суйын иретеү, артиллерия снарядтары сығарыу арта. 19 б. — 20 б. башында З.(К.) з. эшселәрҙең бер нисә ҙур сығышы һәм забастовкаһы була, улар барышында эш хаҡын арттырыу, 8 сәғ. эш көнө урынлаштырыу кеүек талаптар ҡуйыла, иң ҙур забастовка 1903 й. мартында үтә (ҡара: Златоуст ҡан ҡойошо). 19 б. 1‑се ярт. завод эргәһендә тау сәнәғәте мәктәбе һәм тау округы училищеһы (ҡара: Тау сәнәғәте мәктәптәре һәм училищелары), эшселәр өсөн госпиталь, музей (1825) асыла. 1998 й. алып “Булат заводы” ААЙ. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Златоуст ҡ. урынлашҡан.

Әҙәб.: Павленко Н.И. История металлургии в России XVIII века. Заводы и заводовладельцы. М., 1962; Верзаков Н.В. Златоустовский имени Ленина: из истории Златоустовского ордена Трудового Красного Знамени машиностроительного завода имени В.И.Ленина. Челябинск, 1971.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика